Потапова Екатерина Антоновна
Потапова Екатерина Антоновна (10 ғинуар 1926 йыл — октябрь 2014 йыл) — Социалистик Хеҙмәт Геройы, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Потапова Екатерина Антоновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1926 |
Тыуған урыны | Шкловский район[d], Могилёвская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 24 октябрь 2014 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Шкловский район[d], Могилёвская область[d], Беларусь |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕкатерина Антоновна Потапова 1926 йылдың 10 ғинуарында Могилёв өлкәһе Школовский районының Староселье ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң «Ҡыҙыл ударник» колхозын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Етен үҫтереү буйынса звено башлығы булып эшләй, баҫыусылыҡ бригадаһының бригадиры була. ЛКСМБ XVIII съезы делегаты итеп һайлана.
Фрунзе исемендәге колхозда сусҡа ҡараусы булып эшләп, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Үҙенә беркетелгән ун инә сусҡанан һәр ваҡыт унышар сусҡа балаһы алып үҫтерә, уның ҡулы аҫтынан йылына 1000-дән ашыу баш үтә. Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән Екатерина Антоновна Потаповаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә Шулай уҡ ул «Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән исемгә лайыҡ була.
Екатерина Антоновна СССР һәм БССР Юғары Советының депутаты итеп һайлана.
Шәхси тормошо
үҙгәртергә- Ире: Иван Августович (вафат булған);
- улдары: Виктор (вафат булған), Иван (вафат булған), Василий (вафат булған), ҡыҙы Любовь.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы,
- Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Екатерина Антоновна ике Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы, «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы, өс тапҡыр Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары менән бүләкләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список Героев Социалистического Труда