Постников Нестор Васильевич

Башҡорттар ярҙамында ҡымыҙ штфаханаһы асҡан шәхес

Нестор Васильевич Постников (1821(1821)1913)[1] — рәсәй врачы, Рәсәй имеперияһында ғына түгел, Европала беренсе ҡымыҙ шифаханаһы ойошторған шәхес.

Постников Нестор Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 февраль 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Острогожск[d], Воронеж губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Һамар, Рәсәй империяһы
Балалары Постников, Сергей Несторович[d]
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 3-й степени орден Святого Владимира 4-й степени
 Постников Нестор Васильевич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
Һамар ҡалаһындағы ҡымыҙ шифаханаһындағы иҫтәлекле таҡтаташ.

Нестор Постников 1821 йылда донъяға килгән. 1846 йылда Мәскәү университетының Медицина факультетында лекарь белеме алып сыҡҡан [2].

Шул уҡ уҡыу йортонда 1855 йылға тиклем анатомия прозекторы ярҙамсыһы булып эшләгән. Артабан Мәскәү һөнәрселек училищеһына врач булып урынлашҡан. «De anaesthesia» диссертацияһы яҙып (M., 1854), Постников медицина докторы дәрәжәһенә лайыҡ булған. 1855 йылдан Ярославль ҡалаһында, ә 1859 Һарытауҙа өлкән госпиталь врачы булып эшләгән.[2]

Докторҙың үҙе һөйләүенсә, туберкулездан яфаланған әсәһенең хәлен еңеләйтергә тырышыу унда врач булыу теләге уятҡан да. Диссертация яҡлағандан һуң уны Англияға практикумға ебәрәләр, шунда ул королеваның фрейлинаһы менән таныша. Ҡыҙ ҙа туберкулез менән сирләй булып сыға. Йәш доктор уны дауалай башлай һәм, мөхәббәт уянып, улар Рәсәйгә ҡайтып өйләнешә. Тап шул ваҡытта Нестор Васильевич туберкулезды дауалауҙың арзан һәм ышаныслы юлдарын эҙләй башлай. Ана шулай ул шифалы ҡымыҙ тигән эсемлеккә килеп юлыға ла инде.

XIX быуат уртаһында был ысул фәнни нигеҙгә ҡуйылмаған була әле. Бай кешеләр дала халыҡтары, атап әйткәндә, башҡорттар янына килеп, урында ошо эсемлекте ҡуллана торған булған.

Нестор Васильевич Постников Һамар далаларын иң ҡулайы тип тапҡан, сөнки һыу юлы менән килергә мөмкинлек булған, климаты ла һаулыҡ өсөн яраҡлы.

1856 йылда Нестор Постников Һамарға ҡатыны Мэри Дженн менән күсеп килә һәм йәмәғәт призрение хастаханаһына өлкән врач булып урынлаша.

1858 йылдың 5 майында Постников ҡымыҙ шифаханаһы аса һәм был ысулды фәнни нигеҙгә ҡуя. Һуңғараҡ ул «Кумысолечебное заведение близ г. Һамар» (Һамар, 1860) һәм «О кумысе, его свойствах и действии на человеческий организм» (3-сө баҫма, Һамар, 1867) тигән китаптар баҫып сығара [1][2]

Постников һәм башҡорттар үҙгәртергә

Ҡымыҙ етештереү өсөн Постников тик яҡшы тоҡомло йылҡы малы ғына һатып ала. Уларҙы тәрбиәләр, ҡымыҙ бештертер өсөн башҡорттарҙы яллай. Шифахана эргәһенә 12 ҡупшы башҡорт тирмәһе ҡуйыла, унда теләгән кеше инеп ҡымыҙ эсеп сыға ала. Йылҡы өйөрө өсөн махсус быуа быуыла, яландар беркетелә. Бейә һөтөн махсус машина ярҙамында бешәләр. Шифалы эсемлекте мөгәрәптәрҙә һаҡлайҙар.

1859 йылда уҡ инде өс ҡатлы бина ҡалҡып сыға, башҡа ярҙамсы биналар төҙөлә. Ҡалған ғүмерен доктор шифахананы киңәйтеүгә һәм яйлыраҡ итеүгә бағышлай [3]

Наградалары үҙгәртергә

Постниковҡа кеше һаулығын нығытыуға һалған хеҙмәттәре өсөн бик күп наградалар: III һәм II дәрәжә Изге Анна ордены,IV дәрәжә Изге Владимир ордены, Владимир таҫмалы бронза миҙал бирелә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны - Англия королеваһы фрейлинаһы Мэри Дженн. Улы Сергей Несторович Постников 1905 йылда Һамар башлығы итеп ҡуйыла. Революциянан һуң уҡ ҡаланан сығып китә.

Шифахананың артабанғы яҙмышы үҙгәртергә

1919 йылда шифахананы большевиктар халыҡ милке тип иғлан итә. Хәҙерге көнгәсә уның бер генә корпусы һаҡланып ҡалған. Унда туберкулёз диспансеры урынлашҡан.

1919 йылда шифахана Коминтерн исемендәге № 1 Һамар балалар туберкулёз шифаханаһы тип атала башлай. 1925 йылда уның нигеҙендә Һамар туберкулез диспансеры ойошторола. 1929 йылдан хастахана З.П. Соловьев исемен йөрөтә. 1935 йылда учреждениены Куйбышев төбәк фәнни-ғәмәли туберкулез институтына әйләнә,ә 1941 йылда яңынан З.П. Соловьев исемендәге өлкә туберкулез хастаханаһы тип үҙгәртелә. 1949 йылдан ул илдәге һөйәк му туберкулезы буйынса төп стационары тип һанала.

2007 йылдың 31 июлендә дауаханаға Нестор Васильевич Постников исеме кире ҡайтарыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Имена в самарской истории 2018 йыл 1 август архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Постников, Нестор Васильевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Постников Нестор Васильевич [1] 2018 йыл 14 август архивланған.