Портал:Нуриман районы/Нуриман районы географияһы
Территорияһы төньяҡлап — Өфө яйлаһында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.
Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә.
Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған.