Портал:География/Һайланған мәҡәлә

Оло Барьерлы риф — донъялағы иң ҙур мәрйен рифы. Австралияның төньяҡ-көнсығышы буйлап 2500 км һуҙылған һәм 344 400 км² майҙанды биләгән Мәрйен диңгеҙендәге теҙемдә барлығы 2900 ашыу айырым мәрйен рифтары. Оло Барьерлы риф тере организмдар менән барлыҡҡа килтерелгән иң ҙур тәбиғи объект булып тора — уны йыһандан күрергә мөмкин. Был рифтың төҙөлөшө миллиардлаған кескәй генә организмдарҙан — мәрйен (коралл) полиптарынан барлыҡҡа килгән.

Оло Барьерлы рифта йәшел диңгеҙ гөбөргәйеле йәшәй

Ул Кәзәмөгөҙ тропигынан башланып Австралия менән Яңы Зеландияны айырыусы Торрес боғаҙына тиклем төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр һуҙыла. Оло Барьерлы рифтың майҙаны Бөйөк Британия майҙанынанда ҙурыраҡ. Уның киңлеге төньяҡ өлөшендә 2 км яҡын тәшкил итә, ә көньяғында — 152 км. Рифтарҙың күпселеге һыу аҫтында урынлашҡан. Ул төньяҡта материктан 32 км алыҫлыҡта торһа, көньяҡта — 300 км барып етә. Бер нисә рифтар мәрйен утрауҙарға әйләнгәндәр.

(Артабан уҡырға…)