Бөрйән районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4442 км². Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Халыҡ һаны 2010 йылда 18,1 мең кеше (1970 — 14,2 мең; 1979 — 14,1 мең; 1989 — 14,2 мең; 1995 — 15,1 мең кеше). Күпселек башҡорттар йәшәй. 35 ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше).

Район территорияһы көнсығышта һыу айырғыс Уралтау һыртына, Көнбайышта Ҡалыу һыртына барып терәлә. Улар араһында Ҡыраҡа һәм Юрматау һырттары ята. Айырым урындарҙа абсолют бейеклек 850—1040 метрға етә. Район территоряһының ҡап уртаһынан тиерлек төньяҡтан — көньяҡ-көнбайышҡа табан Ағиҙел йылғаһы, көнбайыш сигенән Нөгөш йылғаһы аға. Ер аҫтында барит, төҙөлөш таштары, һәүер таштар, кирбес сеймалы, ҡом, мергель, доломит, магнезит ятҡылыҡтары бар, ләкин улар геологик йәһәттән бөтөнләй тиерлек тикшерелмәгән.