Портал:Башҡорт әҙәбиәте/Беләһегеҙме

  • XIII быуат башында Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһы нәфис әҙәбиәттең классик өлгөһө булып тора. Башҡорттар араһында поэманың яҙма һәм телдән һөйләнелгән күп версиялары һаҡлан.
  • Урта быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтенә ғәрәп, фарсы, һинд, һуңыраҡ төрөк әҙәбиәтенән күп кенә сюжеттар үтеп инә («Кәлилә менән Димнә», «Бәхтейәрнамә», «Ҡырҡ вәзир», «Хужа Насретдин көләмәстәре») һәм уларҙың милли версиялары барлыҡҡа килә.
  • 16 быуат урталарында Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылғас ауыҙ-тел әҙәбиәтендә милли тематика, шәжәрә, тәуарих кеүек үҙенсәлекле донъяуи жанрҙар барлыҡҡа килә. 16—19 быуаттағы яҙма әҫәрҙәр араһында ырыу тарихы, нәҫел-нәсәпселек, тарихи ваҡиғалар, риүәйәттәр һәм легендалар менән тығыҙ үрелеп һүрәтләнгән шәжәрәләр айырым урын биләй.
    Сығанаҡ:www.wikiplanet.click