Портал:Башҡортостан ауылдары/Лайыҡлы ауыл
Иләс (Турат) ауылы — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы, Яңы Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл.
Ауыл тарихы
үҙгәртергәИләс ауылы старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡараған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби казачье сословиеға әүерелә. Улар үҙ сығышы иҫәбенә - үҙенең аты, һуғыш ҡоралы, аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы менән ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил сиге Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйлап һуҙылған, ә Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ буйлап крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән, пикет - бәләкәй генә һаҡсы отряд, дозор торған урын. Ҡайһы бер дистанциялар, пикеттар урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип атап йөрөткәндәр.
Иләс ҡарт XVIII быуат аҙағында (1787 йылда) үҙенең дүрт улы менән... ↪ д а у а м ы......