Пономарёвка (Башҡортостан)

Пономаревка (Кулига, Иҫке Кулига) —Башҡортостан Республикаһының (Рәсәй) Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһендәге ауыл. 2004 йылдағы реформаға тиклем Бөрө районы Пономаревка ауыл Советының административ үҙәге була.

Пономарёвка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1]
Халыҡ һаны 1852 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452469
Карта

Тарихы үҙгәртергә

19 быуаттың беренсе яртыһында Бөрө өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙ һалына. Халҡы игенселек менән шөғөлләнә.

«Өфө губернаһы. 1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса торама пункттар исемлеге (СПб., 1877, 139 бит)» белешмәһе күрһәтеүенсә, Пономаревка ауылы (Иҫке Кулига) Бөрө тракты буйлап уң яҡта торған, бәләкәй сиркәүе, һыу тирмәне булған. Улус идараһы урынлашҡан[3], ул 1906 йылда ла теркәлгән.

2004 йыл

2004 йылда Пономаревка ауыл Советы үҙәге булып тора.

Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрен үҙгәртеп ҡороу һәм сиктәрен үҙгәртеү тураһында» 125-З номерлы законы, 1 статья «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда үҙгәрештәр», п. 105:

105. Бөрө районы Пономаревка ауыл Советының Пономаревка ауылын Бөрө ҡалаһы биләмәһе составына тапшырып, Бөрө районы Пономаревка ауыл Советының һәм Бөрө ҡалаһының сиктәрен килтерелгән схематик картаға ярашлы үҙгәртергә.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2010[4]
1852

1865 йылда 117 хужалыҡта 708 кеше йәшәгән. 1906—902 кеше; 1920—987; 1939—1456; 1959—1098; 1989—936; 2002—1651; 2010—1852 кеше.

Географияһы үҙгәртергә

Ямурҙа йылғаһы буйында урынлашҡан[3].

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Кирбес заводы(ҡыҫҡаса кирзавод), инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы бар.

Балалар баҡсаһы бар.

1906 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, күн заводы, 3 бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән.

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Пономарёвка ауылы кешеләре араһында Пегишев Юрий Петрович (2.1.1939, БАССР-ҙың Бөрө районының Пономаревка ауылы, хәҙер Бөрө ҡалаһы составында, — 1.9.2005, Бөрө), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә