Поляк себерлеләре

Поляк себерлеләре йәки сыбирактары (рус. Польские сибиряки или сыбираки, пол. sybirak, sybiracy) — Рәсәй империяһының һөргөнгә ебәрелгән йәки үҙ ихтыяры буйынса Себер, Алыҫ Төньяҡ йәки Ҡаҙағстан территорияһына күсенгән Польша граждандарының йыйылма атамалары[1]

Поляк себерлеләре
 
Себерҙәге поляк студенттары
 
«Себерҙә Сочельник». Яцек Мальчевский

Поляктарҙы Рәсәй империяһының Себер өлөшөнә күсереү XVIII быуатта уҡ, Бар конфедерацияһы яҡлыларҙы һөргөнгә ебәреү менән башланған[2]. 1847 йылда Рәсәйҙә күп енәйәттәр буйынса үлем язаһы каторга менән алмаштырыла. 1830 һәм 1863 йылдарҙағы Польша ихтилалы ҡатнашыусыларының байтаҡ өлөшө Себергә һөргөнгә ебәрелә.[3][4], һәм унда ебәрелгәндәр үҙҙәрен «сыбирак» (рус телендә «сибиряк» тип әйтелгән һүҙҙе поляктар нәҡ шулай атай) тип йөрөтә башлай. Уларға 1905—1907 йылдарҙа Польшалағы болалар ваҡытында депортацияланғандар ҡушыла, ә совет заманында 1939 йылда Көнбайыш Украина һәм Белоруссиянан бик күп депортацияланған поляктар шунда тороп ҡала.

Рәсәй империяһы

үҙгәртергә

Сәйәси ҡараштар буйынса һөрөлгәндәр һаны ярайһы уҡ ҙур була, әммә күптәр үҙ ихтыяры буйынса Себергә күсеп китә, сөнки Себер уларға ҙур табыш килтерә алған иҡтисади яҡтан отошло төбәк булып тойола[4]. Тап Себерҙә Рәсәйҙең эре милли поляк общинаһы барлыҡҡа килә. Поляктар бик күп һанда Транссебер магистрален төҙөүҙә ҡатнаша, күп кенә поляк фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Себерҙе хеҙмәттәрендә сағылдыра — улар иҫәбендә Александр Чекановский, Иван Черский, Бенедикт Дыбовский, Виктор Годлевский, Сергей Ястржембский, Эдуард Пекарский, Бронислав Пилсудский, Николай Витковский һәм башҡа бик күптәр.

Һөргөнгә ебәрелгән поляктарҙың бер өлөшөнә 1857 йылда Польша Батшалығына ҡайтыу хоҡуғы бирелә, әммә улар поляк себерлеләре аталып йөрөүҙе дауам итә. Был төркөмдән байтаҡ кеше милләтселеләргә " органик эш (инг.)баш. " менән шөғөлләнергә өндәү менән сыға—йәғни, поляк йәмғиәтен, мәҙәниәтен һәм иҡтисадын үҫтереүгә йөҙ тотоп, милли-азатлыҡ ихтилалдарын әҙерләү менән шөғөлләнмәҫкә саҡыра. Милләтселәрҙең күбеһе элекке һөргөнсөләрҙең өндәүен етди ҡабул итмәй һәм тиҙҙән үҙҙәре ике төркөмгә — батша власы яҡлыларға һәм уның дошмандарына бүленә. Иленә әйләнеп ҡайтҡан билдәле һөргөнсөләр араһында Агатон Гиллер, Генрик Краевский, Кароль Рупрехт һәм Шымон Токажевский була[5]

1860-сы йылдарҙа Себерҙә 20 мең самаһы поляк йәшәй[4]. 1866 йылда улар Байкал трактында властарға ҡаршы ойошторолған ихтилалда[6] уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем, СССР-ға Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссия ҡушылдырыла, ҡушылған ерҙәрҙән совет властары поляктарҙы дүрт тулҡын менән сығарып ебәрә. Депорцияланған поляктарҙың һаны 1,5 миллион кеше тәшкил иткән тип иҫбатлауҙар бар[7][8][9][10][11][12], әммә НКВД-ның документтары был һан 4-5 тапҡыр арттырып күрһәтелә тип раҫлай[13] (мәғлүмәттәр 309 меңдән алып[14][15][16] 381 220 кешегә тиклем тирбәлә[17]). Поляктарҙы Польша граждандары түгел, ә совет граждандары тип баһалағандар[18], әммә һөрөлөргә тейешле кешеләрҙең бәләкәй генә өлөшө үҙ кесе тыуған илендә ҡалыу хоҡуғын яулай ала[19][20][21]. Хәтер милли поляк институты мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 320 мең поляк совет власы тарафынан Себергә ебәрелгән [22] .

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Siberia and sybirak (инг.)
  2. Norman Davies, Europe: A History, Oxford University Press, 1996, ISBN 0-19-820171-0, Google Print, p.664
  3. Dennis J. Dunn. The Catholic Church and Russia: Popes, Patriarchs, Tsars, and Commissars. — London: Ashgate Publishing (инг.)баш., 2004. — С. 57. — ISBN 0-7546-3610-0.
  4. 4,0 4,1 4,2 Jerzy Jan Lerski, Piotr Wróbel, Richard J. Kozicki, Historical Dictionary of Poland, 966—1945, Greenwood Publishing Group, 1996, ISBN 0-313-26007-9, Google Print, 538
  5. "sybiracy", Internetowa encyklopedia PWN, Warsaw: PWN, <http://encyklopedia.pwn.pl/haslo.php?id=3981811>  2012 йыл 31 март архивланған.
  6. ru:Кругобайкальское восстание
  7. Davies (1986), p. 451.
  8. Polian (2004), p. 119.
  9. Hope (2005), p. 29.
  10. Malcher (1993), pp. 8-9.
  11. Piesakowski (1990), pp. 50-51.
  12. Mikolajczyk (1948).
  13. Piotrowski (2004).
  14. Gross (2002), p. xiv.
  15. Cienciala (2007), p. 139.
  16. Polian (2004), p. 118.
  17. http://people.brandeis.edu/~nika/schoolwork/Poland%20Lectures/Lecture%252017.pdf
  18. Applebaum (2004), p. 407.
  19. Krupa (2004).
  20. Rees (2008), p. 64.
  21. Jolluck (2002), pp. 10-11.
  22. Have a cookie

Төп тупланма

үҙгәртергә

Өҫтәмә уҡыу

үҙгәртергә
  • M. Janik, Dzieje Polaków na Syberii, 1928
  • W. Jewsiewicki, Na Syberyjskim Zesłaniu, 1959
  • R. Lysakowski, Siberian Odyssey: A Song of the Cornucopia, Vantage Press, 1990, ISBN 0-533-08386-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә