Поляк-венгр мөнәсәбәттәре

Поляк-венгр мөнәсәбәттәре — Венгрия һәм Польша араһындағы тышҡы сәйәсәт мөнәсәбәттәре Урат быуат дәүеренә барып тоташа. Традиция буйынса ике халыҡты тығыҙ мөнәсәбәттәр — уларҙың тарихында eртаҡ хакимдар ҙа, уртан дин дә була[1]. Ике ил үҙҙәренең «туғанлыҡ» мөнәсәбәттәрен 23 мартта билдәләйҙәр. Венгрия Варшавала, үҙ илселеген тота, Краковта — консуллыҡ һәм Лодзь һәм Познант ҡалаларында — почетлы консуллыҡтар. Польшаның Будапештта илселеге бар. Ике ил дә Обе страны являются полноправными членами НАТО-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып торалар, әлеге ойошмаға бер үк көндә (1999 йылдың 12 мартында) ҡушылалар. Шулай уҡ ике ил дә Европа Союзы ағзалары[2].

Поляк-венгр мөнәсәбәттәре
Дәүләт  Польша
 Венгрия
Урынлашыу картаһы
 Поляк-венгр мөнәсәбәттәре Викимилектә

Урта быуаттар дәүере

Польша һәм Венгрияның үҙ-ара бәйләнештәре Урта быуаттар осорона барып тоташа. Поляк һәм венгр дворян нәҫелдәре вәкилдәре (династия Пясттар династияһы йәки йорто кеүек) йыш ҡына үҙ-ара никахҡа инәләр; билдәле венгр короле Изге Ласло I яртылаш поляк була. Бөйөк Людовик I 1342 йылдан Венгрияның һәм Хорватияның короле була, ә 1370 йылдан алып үҙенең 1382 йылдағы вафатына тиклем — шулай уҡ Польша короле. Уға короллек атаһы Карл I-нән күсә (Анжу-Сицилия нәҫеле) — Венгрия һәм Хорватия короле титулы — һәм үҙенең олатаһы Бөйөк Казимир III-ҙән — Польша короле титулы (Пясттар династияһынан аҙаҡҡыһы). Казимир королдең законлы уландары; ошо сәбәп арҡылы, күрәһең — династия күсәгилешен дауам итеү һәм билдәһеҙлектән арыныу маҡсатында — ул поляк тәхетен үҙенең кесе ир туғанына тапшыра. Людовик I-нең кесе ҡыҙы — поляк королеваһы Ядвига — тәхеткә ултыра һәм Польша тарихында иң популяр монархтарҙың береһе була. XV быуатта ике ил ҡабаттан бер аҙ ваҡыт бер монарх — король Владислав III Варненчиктың ҡул аҫтында булалар, ул егерме йәшендә генә Ғосман империяһы менән һуғышып һәләк була. XVI быуатта Польша үҙенең короле итеп венгр дворяны Стефан Баторийҙы һайлай, уны күптәр Польшаның иң бөйөк короләренең береһе тип һанайҙар.

1848 йылғы Венгр революцияһы

үҙгәртергә

1848—1849 йылдарҙағы венгр ревоолюцияһы осоронда Польша генералы Юзеф Бем Венгрияның һәм Польшаның милли геройы булып китә. 1848 йылда уға Трансильванияны һаҡларға бойорола, ә 1849 ул сәкәйҙәрҙең ҡоралланған отрядтарын етәкләй. 1848 йылдың 20 октябрендә Юзеф Высоцкий венгр хөкүмәте менән поляк пехота батальонын булдырыу буйынса килешеүгә ҡул, батальонда 1200 һалдат булырға тейеш була. Высоцкий килешеүенән һуң «Поляк легионында» 2090 йәйәүле һәм 400 атлы ирекмән була: 1849 йылдың улар Арад ҡәлғәһен яулауҙа ҡатнашалар, артабан — принимали участие во всех важных сражениях в Сольнок, Хатвань, Тапио-Бишка һәм Исасэгтә бөтә булған мөһим алыштарҙа ҡатнашалар. 1849 йылдың авгусындағы Темешвар тирәһендәге алыштан һәм Вилагоста венгр капитуляцияһынан һуң легион ҡалдыҡтарынан 800 кеше Ғосман империяһы территорияһына барып сығалар.

Поляк-совет һуғышы

үҙгәртергә

Совет-поляк һуғышы (1919—1921) ваҡытында, Венгрияла Кун хөкүмәте ҡолатылғандан һуң, яңы властар Польшаға 30000 атлы һалдаттарҙы ебәрергә тәҡдим итәләр. Чехословак хөкүмәте Беренсе донъя һуғышынан һуң Чехословакия һәм Венгрия араһында булдырылған демилириазияланған зона аша үтергә рөхсәт бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан венгр боеприпастары Польша армияһы тарафынан ҡулланыла. Урта быуат дәүеренән һәм XX быуатҡа тиклем Польша һәм Венгрияның уртаҡ сик буйы була. Беренсе донъя һуғышынан һуң еңеүсе-илдәр Версалдә Үрге Венгрияны, шулай уҡ славян халҡы менән бергә Карпаттағы Русьте еңелгән Венгриянан яңы барлыҡҡа килгән Чехословакияға тапшыралар. Чехословакияны Өсөнсө Рейхҡа дусар ителгән 1938 йылғы Мюнхен килешеүенә ярашлы Польша һәм Венгрия тарихи «сик буйын» тергеҙеүгә керештеләр: ике илдең дә маҡсаты — Карпатағы Русьте Венгрияға кире ҡайтарырға. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн аҙымдар Беренсе Вена арбитражы ваҡытында эшләнә (1938 йылдың 2 ноябре).

1939 йылдың марты уртаһына тиклем Өсөнсө Рейх хөкүмәте, иң тәүге нәүбәттә, хәрби хәжәттәр буйынса, уртаҡ венгр-поляк сик буйы кәрәкмәгән булған, тип һанай. Ысынында 1939 йылдың мартында Гитлер Венгрия тарафынан Карпаттағы Русьте яулап алыуына риза була (ул ваҡытта «Карпат Украина» тип исемләнә башлай), ул венгр етәкселеген Словакияның ҡалған өлөшөн биләмәҫкә ҡуша, сөнки был территоияға ла дәғүләр белдерелә. Гитлер Словакияны Польшаға планлаштырылған ябырылыу өсөн плацдарм сифатында ҡулланырға теләй, тигән фараз бар. Әммә 1939 йылдың мартында фюрер уртаҡ венгр-поляк сик буйына үҙ ҡарашын үҙгәртә һәм Украин милләтселәре ойошмаһының мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмаҫҡа була. Әлеге ойошма был ваҡытҡа Карпат Украинаһында ойоштора башлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kasparek, 1989, с. 365—373
  2. Charaszkiewicz, 2000, с. 106—130
  • Edmund Charaszkiewicz. Report on Covert Operations in Carpathian Rus (Referat o działaniach dywersyjnych na Rusi Karpackiej) // Zbiór dokumentów ppłk. Edmunda Charaszkiewicza / Andrzej Grzywacz, Marcin Kwiecień, Grzegorz Mazur. — Kraków: Księgarnia Akademicka, 2000. — ISBN 83-7188-449-4.
  • Józef Kasparek Poland's 1938 Covert Operations in Ruthenia // East European Quarterly. — 1989. — В. XXIII. — № 3. — С. 365—373.