Полторацкий Пётр Алексеевич

Петр Алексеевич Полторацкий (24 ғинуар 1844 йыл — 15 июль 1909 йыл) — Архангельск, Өфө һәм Ҡазан губернаторы, Дәүләт советы ағзаһы, Полторацкийҙар ырыуынан ғәмәли йәшерен советник. Генерал-майор В. А. Полторацкийҙың кесе ҡустыһы.

Полторацкий Пётр Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 5 февраль 1844({{padleft:1844|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Тверь, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 июль 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Нәҫеле Полторацкие[d]
Уҡыу йорто Паждар корпусы[d]
Гражданский чин действительный тайный советник[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Петр Алексеевич Полторацкий 1844 йылдың 24 ғинуарында (5 февраль) Тверь ҡалаһында тыуа. 1860 йылда камера-паждан хәрби министр канцелярияһына хеҙмәткә билдәләнә. 1867 йылда шунда уҡ эш башҡарыусы итеп тәғәйенләнә һәм шул уҡ йылда министрлыҡ ҡарамағында махсус йөкләмәләрҙең шаттан тыш чиновнигы итеп күсерелә. 1868 йыл Вологдаға айырым йөкмәтелгән эш буйынса ебәрелә, киләһе йылдан — хужалыҡ департаменты ҡарамағында. 1871 йылда ғәмәли статский советник сифатында Эске эштәр министрлығының махсус йөкләмәләр чиновнигы итеп билдәләнә.

1874 йылда Новгород вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1875 йылда Череповец, Архангельск һәм Белозерский өйәҙҙәренә өйәҙ административ учреждениеларына ревизия үткәреү өсөн ебәрелә. Киләһе йылда Иҫке Руссала хөкүмәт учреждениеларын һәм аҫыл заттар өсөн тәғәйенләнгән биналарҙы тикшерә.

1877 йылда урыҫ ғәскәрҙәре частарын мобилизациялау буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәткә лайыҡ була. 1879 йылда камергер дәрәжәһенә күтәрелә. 1880—1882 йылдарҙа тағы ла административ учреждениеларға ревизия үткәреү өсөн Череповец, Архангельск, Белозерский, Тихвин, Крестецкий, Устюг өйәҙҙәренә ебәрелә.

1882 йылда Архангел губернаторы була, киләһе йылда — Өфөлә. 1884 йылда Император Кеше яратыу йәмғиәте советы ҡарары менән Өфө ярлылар попечителлеге комитеты попечителе итеп раҫлана. 1886 йылда Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәтенең Өфө округының почетлы ағзаһы итеп һайлана. Өфө губернаторы булып эшләгән осоронда урындағы идараны үҙгәртеү: ҡайһы бер өйәҙ коллегияларын бөтөрөү, присутствие, комитет һәм советтарҙы дөйөм өйәҙ присутствиеһына берләштереү тәҡдимдәре менән сығыш яһай. Һамар—Өфө тимер юлын төҙөүгә, башҡорт ерҙәрен һатыуҙы сикләүгә, М.Солтановты Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө итеп һайлауға булышлыҡ итә.

1889 йылда Ҡазан губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1891 йылда тайный советчик итеп үрләтелә. Шул уҡ йылда Ҡазан ярлылар попечителлеге комитеты попечителе итеп раҫлана, икенсе йылына балалар приюттары асыуға индергән өлөшө өсөн юғары рәхмәткә эйә була. 1904 йылдан — Дәүләт Советы ағзаһы.

Санкт-Петербургта Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә