Полк боғаҙы (ингл. Palk Strait) — Шри-Ланка утрауын Һиндостан ярымутрауынан айырған Һинд океанындағы боғаҙ. Бенгал ҡултығын Лаккадив диңгеҙе (Манар ҡултығы) менән тоташтыра. Оҙонлоғо яҡынса 150 км, иң бәләкәй киңлеге 55 км, тәрәнлеге 2 метрҙан 9 метрға тиклем[1]. Боғаҙҙы «Әҙәм күпере» тигән дөйөм атама алған бер нисә рәт ваҡ утрауҙар киҫеп үтә[2]. Инглиз дәүләт эшмәкәре Мадрас провинцияһы (Британ Һиндостаны) губернаторы Роберт Полк хөрмәтенә арнап аталған.

Полк боғаҙы
ингл. Palk Strait
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраБенгал ҡултығы, Һинд океаны
Илдәр
БүләШри-Ланка утрауының төньяҡ-көнбайыш яр буйы һәм Һиндостан ярымутрауының көньяҡ-көнсығыш яр буйы 
Киңлеге55 км
Оҙонлоғо150 км
Иң тәрән урыны9 м
 Palk Strait Викимилектә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Полк боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Словарь современных географических названий(недоступная ссылка)