Покров ирҙәр монастыры (Үрге Макеевка)
Ирҙәр монастыры | |
Покров ирҙәр монастыры
| |
Ил | Рәсәй |
Биҫтә | Үрге Макеевка, Кашар районы |
Конфессия | Православие |
Епархия | Шахты һәм Миллерово епархияһы |
Төҙөлгән ваҡыты | 1894 |
Бөгөнгө хәле | эшләүсе |
Покров ирҙәр монастыры— Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Кашар районы Үрге Макеевка ауылындағы ирҙәр монастыры. Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүе Шахты һәм Миллерово епархияһына ҡарай.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Кашар районы, Үрге Макеевка ауылы.
Тарих
үҙгәртергәРостов өлкәһе Кашар районының Үрге Макеевка ауылында Изге Покров сиркәүен төҙөү XVIII быуаттың икенсе яртыһына тура килә. 1763 йылда хәҙерге ауыл территорияһын полковник Василий Иванович Иловайск һатып алған. Ауылды полковниктың ҡартатаһы хөрмәтенә Макеевка тип атағандар.
1784 йылда ауыл кешеләренең дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында Изге Хоҙай әсәһенең бөркәнсеге ғибәҙәтханаһын төҙөй башлағандар. Сиркәү полковник Василий Иванович Иловайскийҙың аҡсаһына һалынған. 1794 йылда ағас сиркәү, ҡыңғырауҙар йорто, ҡорам янындағы ҡойма төҙөлөп бөткән. Сиркәүгә йөрөүселәрҙең һаны яҡынса 6 мең кешегә еткән.
1894 йылдың 13 апрелендә ағас сиркәүҙә янғын сығыү арҡаһында йорт тулыһынса утта янып бѳтә. Шул уҡ йылда бағыусылар советы Дон Дини консисторияһына иҫке сиркәү урынында, уның янғындан зыянланмай ҡалған ҡыңғырауҙар манараһына һәм аш бүлмәһенә төкәтеп, яңы сиркәү төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткән. План буйынса сиркәүҙе Изге Хоҙай әсәһе һәм христиан изгеләре Хрисанф менән Дарья хөрмәтенә ике тәхетле итеп төҙөргә булған. Төҙөлгән ағас ҡоролмалар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған.
XX быуаттың 30-40-сы йылдарында сиркәүҙең өлкән руханийы игумен Паисий (Павлов) булған һәм сиркәүҙә ул ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы үткәргән. Унан һуң дини табыныуҙар менән отец Григорий (Келеберда) етәкселек иткән. 1992—1995 йылдарҙа сиркәүҙең руханийы иеромонах Алипий (Филин) булған.
1995 йылда сиркәү мәхәлләһендә суфыйлыҡ башланған. Ростов епархияһы архирейы Митрополит Владимир (Котляров) Указы буйынса ауылда Изге-Покров суфыйҙар йорто ойошторола. Беренселәрҙән булып Неживое А. Б. исемен Алимға, Боков M. A. исемен Викентийға, Криничный. С. исемен Серафимға алыштырып суфыйлыҡҡа ингәндәр.
2003 йылда архиепископ Пантелеимон рөхсәте менән 20 суфыйға иҫәпләнгән корпус, хужалыҡ ҡоролмалары һалынған. 2004 йылдың авгусында благословение Мәскәү һәм бөтә Русь Изге Патриархы Алексий II фатихаһы менән был монастырь Изге Покров ирҙәр монастырына әйләнгән.
Изге Покров монастырынан алыҫ түгел урында Покров һыу сығанағы төҙөкләндерелеп, 2004 йылдың 17 майында Ростов һәм Новочеркасск Архиепискобы Пантелеимон тарафынан изгеләндерелгән. Сығанаҡҡа йыл һайын тәре походы һәм һыуҙы изгеләндереү ойошторола.
Дин әһелдәре
үҙгәртергәИзге Покров ирҙәр монастырының өлкән руханийы — игумен Липей.