Покровск (Саха)
Покровск (саха Покровскай) — ҡала, Саха Республикаһы (Яҡутстан) Хангалас улусының административ үҙәге. Покровск ҡала биләмәһе ҡала берәмеген тәшкил итә.
Покровск | |
саха Покровскай | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1682 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Хангаласский улус[d] һәм Городское поселение город Покровск[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение город Покровск[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] |
Халыҡ һаны | 11 991 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 120 метр |
Майҙан | 11 км² |
Почта индексы | 678000 |
Урындағы телефон коды | 41144 |
Покровск Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергә1682 йылда казактарҙың Ҡарауыл мороно нығытмаһы булараҡ нигеҙ һалына. Бында бәләкәй генә Покров монастыры (Покровская пустынь) асыла. 1720 йылда Покровский ауылы барлыҡҡа килә, 1941 йылдан башлап Покровск эшселәр ҡасабаһы [3], 1997 йылда ҡала статусын ала.
Географияһы
үҙгәртергәЛена йылғаһының һул ярында, Якутск ҡалаһынан 78 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәУрыҫтар килгәнсе әле ҡала урынлашҡан урында Тыгын Дархандың ҡарауыл посы булған, Хоруол тумус (саха Хоруол тумуһа) - Ҡарауыл мороно тип аталған
Ҡала биләмәһе
үҙгәртергәСтатусы һәм ҡала биләмәһенең сиктәре 2004 йылдың 30 ноябрендәге Саха (Яҡут) Республикаһының «Саха (Яҡут) Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү һәм уларға ҡала һәм ауыл биләмәләре статусын биреү тураһында» N 173-З Н 353-III Законы менән билдәләнгән[4].
Халҡы
үҙгәртергә2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһындағы 1117/24 ҡала араһында 935-се урында ине.
Иҡтисады
үҙгәртергәТөҙөлөш материалдары заводы, асфальт-битум заводы, базальт тауар етештереү заводы[5].
Урман хужалығы. Көмөшһыу-ҡара тиреле төлкө, кеш үрсетеү менән шөғөлләнгән йәнлекселек хужалығы. Комбикорм заводы.
Климаты
үҙгәртергәПокровск климаты, бөтә үҙәк Яҡутстан кеүек үк, бик юғары континенталлелек кимәле менән айырыла. Йәй йылы, йышыраҡ — эҫе, әммә ҡыҫҡа, ә ҡыш бик ҡаты һыуыҡ һәм оҙайлы. Ҡышын һыуыҡ -50 °C температуранан түбәнерәк төшөүе мөмкин , йәй — +30 °C-тан да юғары күтәрелә.
- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — −9,3 °C
- Уртаса һауа дымлылығы — 69,5 %
- Уртаса ел тиҙлеге — 2,4 м/с
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Притузов Андрей Иванович ― Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, 104-се уҡсылар дивизияһы командиры[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года
- ↑ Поспелов, 2008
- ↑ Закон Республики Саха (Якутия) от 30 ноября 2004 года N 173-З N 353-III «Об установлении границ и о наделении статусом городского и сельского поселений муниципальных образований Республики Саха (Якутия)» . Дата обращения: 16 ноябрь 2020. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
- ↑ Ольга Воскресенская. В Якутии открылся завод инновационных материалов 2022 йыл 15 август архивланған. // rg.ru (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2010)
- ↑ ПРИТУЗОВ АНДРЕЙ ИВАНОВИЧ . Дата обращения: 12 сентябрь 2021. Архивировано 9 сентябрь 2021 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәПоспелов Е. М. Географические названия России. Топонимический словарь. — М.: Астрель, АСТ, 2008. — 523 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Страница Краеведческого музея им. Г. В. Ксенофонтова на сайте Музеи России 2008 йыл 5 ғинуар архивланған.
- Исторические фотографии на сайте ФотоСоюз . Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
- Лист топографической карты P52-091-C,D . Архивировано из оригинала 19 апрель 2014 года. 2014 йыл 19 апрель архивланған.