Плужникова Раиса Трофимовна

Раиса Трофимовна Плужникова (1 июль 1927 йыл) — баҫыусылыҡ звеноһы башлағы, Белгород өлкәһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947).

Плужникова Раиса Трофимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Белгородский уезд[d], Курск губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 июль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (89 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Раиса Трофимовна Плужникова 1927 йылдың 1 июлендә Политотдельский эшселәр ҡасабаһында (хәҙер Белгород өлкәһе Белгород районы). Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ете классты тамамлап өлгөрә.

1943 йылдың авгусында фашистарҙы ҡыуғас, 16 йәшлек Раиса ҡалған башҡа халыҡ совхоз контораһына килә. Бер аҙҙан районы вәкиле килә. Стихиялы митинг барлыҡҡа килә, унда ауыл халҡы нисек итеп хужалыҡты тергеҙеү тураһында һүҙ алып бара. Плужникова активистка була, һәм уны тиҙҙән йәштәр баҫыусылыҡ бригадаһының звено етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр

1946 йылда Плужникованың йәштәр звеноһы уңыш ҡаҙана, һәм звено Курск өлкә комсомолы ойошмаһының кенәгәһенә индерелә, ә Раиса Плужникова ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Раиса Плужникова звеноһы һәр гектарҙан 33 центнер арыш йыйып ала.1947 йылда 20 йәше тулыр тулмаҫ Раиса Плужникова Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Звеноның ағзалары орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуңынан, агроном курстарын тамамлағандан һуң, Раиса Трофимовна шул уҡ совхозда бүлексә идарасыһы ярҙамсыһы булып эшләй, һуңынан бер нисә йыл Кадиевкала йәшәй һәм эшләй[1]. Унда ла үҙенең наградаларын ала

1985 йылдан пенсионер Р. Т. Плужникова тыуған яғына ҡайта, Май ҡасабаһында йәшәй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (1947)
  • Ленин ордены (1947)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Знаменитые кадиевчане». Дата обращения: 5 октябрь 2011. Архивировано 7 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 7 ғинуар архивланған.
  2. Майское сельское поселение. Дата обращения: 5 октябрь 2011. Архивировано 23 август 2012 года. 2012 йыл 23 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә