Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаны

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының үҙәк майҙаны

Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаныИшембай ҡалаһының үҙәк һәм төп майҙаны, Ленин проспекты һәм Губкин урамы киҫешкән ерҙә урынлашҡан.

Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаны
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Ленин проспекты буйынса (элекке атамаһы Октябрь урамы) ҡаланың тағы ла бер майҙаны — Ленин майҙанына тиклем күтәрелергә мөмкин.

Тарихы үҙгәртергә

1967 йылдан 2005 йылғаса — Октябрҙең 50 йыллығы майҙаны.

2007 йылда майҙанға реконструкция үткәрелә һәм унда Ишембай нефтен символлаштырыусы фонтан асыла.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

Майҙанда 1969 йылда Ишембай ҡалаһының символы булған Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл ҡуйылған. Майҙан йәнәшәһендә Ишембай районы хакимиәте бинаһы урынлашҡан.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында Ишембай районы ауыл хужалығы предприятиеләре көҙгө йәрминкәләр үткәрә[1]. Яңы йыл байрамында майҙанда ҡаланың дүрт елка ҡаласығының береһе ҡорола[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә