Ленин проспекты (Ишембай)

Ленин проспекты — Ишембай ҡалаһының үҙәк ҡала линияһы[1]. Космонавтар урамынан (Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайы эргәһендә) Чкалов урамына тиклем (түбәнге Тәйрук һыубаҫар туғайы районында). Проспекттың оҙонлоғо — 2,7 километр, киңлеге — 25 метр. Бульвар өлөшө бөтә проспект буйына һуҙыла. Проспектҡа ике майҙан барып тоташа — Ленин исемендәге майҙан һәм Башҡорт нефтен асыусылар майҙаны.

Ленин проспекты
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ленин Владимир Ильич
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай
Нимә менән тоташа Стахановская улица[d]
Оҙонлоҡ 2,7 ± 0,1 km
Почта индексы 453200
 Ленин проспекты Викимилектә

Ленин проспекты башта Октябрь урамы тип атала, 1965 йылда Ленин исемендәге проспект тип йөрөтөлә. Хәҙерге заманда — Ленин проспекты.

1933 йылда Октябрь һәм Ленин урамдары мөйөшөндә, һуғыштан һуң Ленин исемендәге проспекты тип үҙгәртелгәс, беренсе медпункт урынлаша.

 
Проспект ҡар яуғандан һуң

1930 йылдарҙа 1-се һанлы мәктәп төҙөлә башлай (хәҙер 1-се һанлы гимназия), Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бында эвакуация госпитале урынлашҡан.

1937 йылда төҙөлөп, «Нефтсе» стадионы файҙаланыуға тапшырыла (Ленин, 21). Ер эштәре ҡул менән башҡарыла, грунтты аттарҙа ташып күсерәләр. 3 йылдан һуң спорт залы барлыҡҡа килә[2].

Ленин проспектындағы һаҡланған 14 -се һанлы бинала (элекке Пионерҙар йорто) 1938 йылдың май аҙағында партия пленумы үтә. Ул тамамлағас та, ул саҡтағы Ишембай ҡасабаһынан булған башҡарма комитет ағзалары ҡулға алына.

1940 йылда Ишембай ҡалаһында дүрт ҡатлы беренсе торлаҡ йорттар һалына башлай.

1955 йылда ҡала Мәҙәниәт һарайын төҙөй башлайҙар. Заказсыһы — Ишембай нефть эшкәртеү заводы була. 1961 йылдың октябрь аҙағында дәүләт ҡабул итеү комиссияһы С. М. Киров исемендәге нефтселәр Мәҙәниәт һарайын юғары баһа менән ҡабул итә.

1965 йылдың 10 июнендә Ишембай ҡала башҡарма комитеты хеҙмәтсәндәр депутаттары советы ултырышы эшселәр һорауы буйынса ҡарар итә: «ҡала халҡының теләктәрен иҫәпкә алып һәм һайлаусыларҙың наказдарын үтәп, Октябрь урамын В. И. Ленин проспекты тип үҙгәртергә».

1989 йылдың 3 июлендә ҡала башҡарма комитеты Ленин проспекты, 16 адресы буйынса бинаны ҡала музейы итеп биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1990 йылдың 22 декабренә Космонавтар урамынан башланған Ленин проспектының оҙонлоғо 2,7 мең метр.

Мөһим объекттар

үҙгәртергә
 

Бөгөн Ленин проспектында урынлашҡан:

  • Дәүләт учреждениелары: Ишембай ҡалаһы хакимиәте, Ишембай районы хакимиәте[3], Ишембай архивы.
  • Эре сауҙа объекттары: «Каруанһарай» сауҙа комплексы, «Палуба» сауҙа үҙәге, «Шатлык» үҙәк баҙары, «Үҙәк» сауҙа үҙәге.
  • Страховка һәм финанс структуралары: «Башкомснаббанк», «ПромТрансБанк», «Ингосстрах».
 
Ленин проспекты, Ишембай, 16 ғинуар 2012

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Проспектта Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы йәшәгән, уның иҫтәлегенә 25 -се һанлы йортта мемориаль таҡтаташ эленгән: «1945 йылдан алып 1949 йылға тиклем был йортта күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, билдәле „Кинйәнең“ авторы Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы йәшәгән». Иҫтәлекле мемориал таҡтаташты асыу уңайынан митингта яҙыусының ҡыҙҙары һәм ейәнсәре, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылары Байбулатов Рәил, Әхмәтов Р., Абдразаҡов А. ҡатнашалар. Митингта шулай уҡ һул яҡ яр ауылдаштары ҡатнаша

Прогулки по улицам Ишимбая: указатель-путешествие / Сост. Вахитова Г.-2011. — Ишимбай: МБУК ИЦБС ИКБ, 48с.

http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=Ourpublications&bold=31 2013 йыл 19 октябрь архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Никулочкин Д. В. Уличная неразбериха // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — № 49. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Центральная Библиотечная Система 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
  3. Контакты администрации города Ишимбая 2011 йыл 19 сентябрь архивланған.