Пирей порты
Пирей порты (грек. Λιμάνι Πειραιά) — Пирей диңгеҙ порты, Грецияның иң эре порты. Пассажир порты булараҡ — Европаның иң эре пассажирҙар порты[1][2], шулай уҡ донъяла өсөнсө урынды биләүсе порт[3]. Европалағы ун иң эре контейнерлы порттарҙың береһе[4]. Authority Piraeus Port ойошмаһы идараһы аҫтында тора (PPA).
Пирей порты | |
Дәүләт | Греция |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пирей |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Урта диңгеҙ |
Хужаһы | COSCO[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | Piraeus Port Authority[d] |
Рәсми сайт | piraeus.org |
Пирей порты Викимилектә |
Порт Аттика периферияһында Афинанан 5-10 км тирәһе алыҫлыҡта тора. Эгей диңгеҙенең Сароникос ҡултығында урынлашҡан.
Иң яңы тарих
үҙгәртергә2002 йылда PPA һәм Греция хөкүмәте концессия килешеүенә ҡул ҡуя. Греция хөкүмәте территорияны, ундағы биналарҙы һәм порт ҡоролмалары менән бергә, 40 йыллыҡ дауамына ҡуртымға ала. 2008 йыл концессия килешеүҙәре үҙгәртелә һәм ҡуртым ваҡыты 40-тан 50 йылға тиклем оҙайтыла. Шулай итеп ҡуртым ваҡыты 2052 йылда тамамланасаҡ[5]:42.
2009 йыл аҙағындағы йөкләмә кризисы башланыуынан һуң Греция хөкүмәтендә дәүләт милке активтарын хосусилаштырыу тураһында план барлыҡҡа килә. Шундай активтарҙың береһе Пирей порты булып тора[6].
Греция 2009 йылдың октябрендә Ҡытайҙың Ocean Shipping China (Group) Company (COSCO) компанияһының яртыһын 35 йылға ҡуртымға бирә. Йылына ҡуртым COSCO өсөн 100 миллион евроға төшә[6].
1-се терминал PPA S.A. тарафынан эксплуатациялана һәм уның үткәреү һәләте 1, 1 млн самаһы TEU. 2-се терминал ҡеүәте 3 млн TEU, һәм ул COSCO-ның Terminal PCT Pireeus Container А. S. бүлендек компанияһы тарафынан идара ителә. Ҡеүәте яҡынса 2,7 миллион TEU булған 3-сө терминал төҙөлөшөн 2013 йылда РСТ тамамлай.
COSCO-ның ҡатнашыуы протестар тыуҙыра. PРА профсоюз активистары фекеренсә, был ойошма социаль пособие һәм эш хаҡтарын кәмеүгә, профсоюздар ағзаларына баҫымды көсәйтеүгә килтерә[7].
2009 йылда контейнер хеҙмәтләндереү иҡтисади күрһәткестәре күпкә яҡшыра[8][9][10].
2016 йылдың 10 авгусына ҡарата, COSCO РРА-ның бөтә акцияларының 51 % акцияһын үҙендә тота, Греция Республикаһы үҫеш фондының активында 23,14 % акция, ә башҡа инвесторҙарҙа — 25,86 % акция була[5][11].
Статистика
үҙгәртергә2016 йылдың апрелендә Пирей порты донъяның контейнерлы порттары араһында 39-сы урында тора. Пирей порты 20 121 916 тонна йөк эшкәртә һәм 1 373 138 TEU эшләй, был Пирей портын Грецияның һәм Көнсығыш — Урта диңгеҙ бассейнының иң көсөргәнешле контейнер порты яһай[12][13].
Year | 2007 |
---|---|
Ролкер* | 108 928 1 |
Таратып һалынған йөк* | 454 606 |
Дөйөм йөк* | 278 635 6 |
Контейнер* | 899 12 127 |
Бөтәһе* | 916 20 121 |
- * тонналағы күрһәткестәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Presentation . www.olp.gr. Дата обращения: 27 декабрь 2008. Архивировано 30 март 2005 года. 2005 йыл 30 март архивланған.
- ↑ Piraeus by Maritime Database . www.maritime-database.com. Дата обращения: 27 декабрь 2008. Архивировано 6 июнь 2012 года.
- ↑ ANEK Lines - Piraeus . www.anek.gr. Дата обращения: 27 декабрь 2008. Архивировано 3 декабрь 2008 года. 2003 йыл 9 июнь архивланған.
- ↑ Port of Piraeus container port . Greek-islands.us. Дата обращения: 23 сентябрь 2009. Архивировано 12 июль 2013 года.
- ↑ 5,0 5,1 PPA: Annual Financial Report 2016 . Дата обращения: 17 февраль 2017. Архивировано 18 февраль 2017 года. 2017 йыл 18 февраль архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «PPAFinancialReport2016» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 6,0 6,1 COSCO eyeing further Piraeus port investment . chinadaily.com.cn. Дата обращения: 21 ноябрь 2012.
- ↑ Liz Alderman. Under Chinese, a Greek Port Thrives . The New York Times (10 октябрь 2012). Дата обращения: 21 ноябрь 2012.
- ↑ PPA. ANNUAL FINANCIIAL REPORT FOR THE YEAR ENDED DECEMBER 31, 2015 (30 март 2016). Дата обращения: 31 март 2016. Архивировано 13 апрель 2016 года. 2016 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ COSCO Pacific Limited. ANNUAL RESULTS ANNOUNCEMENT FOR 2015 (29 март 2016). Дата обращения: 5 апрель 2016.
- ↑ COSCO Shippinh Ports Limited. Monthly Container Throughput (декабрь 2016). Дата обращения: 6 февраль 2017. Архивировано 7 февраль 2017 года.
- ↑ OLP. PPA Statistics 2007-2010 (5 октябрь 2011). Дата обращения: 22 ноябрь 2012. 2012 йыл 23 ноябрь архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 (Container Terminal) . Дата обращения: 23 сентябрь 2009. Архивировано 27 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 27 ноябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Container Terminal» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән