Пиленкова Татьяна Фёдоровна
Пиленкова Татьяна Фёдоровна (25 декабрь 1920 йыл, Калуга губернаһы — 30 декабрь 2002 йыл, Өфө) — ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының сит ил тарихы кафедраһы доценты, Боронғо Греция, б.э. тиклем VII—VI бб. иртә грек хакимлығы сәйәси тарихы тикшеренеүсеһе.
Пиленкова Татьяна Фёдоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1920 |
Тыуған урыны | Калуга губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 30 декабрь 2002 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тарих |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәТатьяна Фёдоровна Пиленкова 1920 йылдың 25 декабрендә Калуга губернаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Смоленск дәүләт педагогия институтында уҡый[1]. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, күпмелер ваҡыт мәктәптә уҡыта. Мәскәү дәүләт педагогия институтына аспирантураға уҡырға инә, бында уның ғилми етәксеһе профессор В. Н. Дьяков була[2].
1953 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтында «Социальная борьба в Сиракузах в период кризиса и разложения античного полиса (конец V и IV в. до н. э.)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
Диссертация яҡлағандан һуң Тула ҡалаһының партия мәктәбендә эшләй. 1956 йылдың көҙөнән К. А. Тимирязев исемендәге Өфө педагогия институтында уҡыта. Боронғо донъя тарихы курсын, боронғо грек мәҙәниәте тарихы буйынса махсус курстар һәм семинарҙар алып бара. 1957 йылда педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. 1960 йылдар уртаһында А. С. Пушкин исемендәге дәүләт һынлы сәнғәттәр музейының археология экспедициялары һәм ҡаҙыныу эштәре мөдире Ирина Дмитриевна Марченко Т. Ф. Пиленкованы Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән бергә Керчь ҡалаһында ҡаҙыныуҙарҙа үткән Боспор археологияһы эксепдицияһы эшендә ҡатнашыуға саҡыра. 1969 йылдан алып 1983 йылға тиклем студент-тарихсыларҙың Керчтә ҡаҙыныу эштәрендә үткән археологик практикаһы менән етәкселек итә[4][1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар сфераһы — Өлкән хакимлыҡ тип аталған иртә грек хакимлығы феноменын өйрәнеү тора.
Иртә эштәре Новикова фамилияһы аҫтында баҫылып сыға.
Т. Ф. Пиленкова бер нисә грек полистарының (Коринф, Сикион, Мегар, Спарта, Митилена, Самос, Сиракуз) хакимлыҡ режимдарын, улар урынлашҡан ваҡытта социаль-сәйәси хәлде, полис йәмғиәтенең сәйәси үҫешендә ролен тикшерә. Тикшеренеүсе күрһәткәнсә, күп кенә полистарҙың социаль-иҡтисади үҫешендә һәм уларҙың дәүләт төҙөлөшөндә VII—VI быуаттарҙа уртаҡлыҡ күп булған, был һәр полистың та мөһим үзенсәлектәрен төшөрөп ҡалдырмай. Хакимлыҡ был дәүләттәрҙә оҡшаш шарттарҙа һәм бер үк сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән. Хакимлыҡты урынлаштырыу был ҡалаларҙың тиҙ үҫеше менән бәйле була. Археология күрһәтеүенсә, Кесе Азияның бер нисә ҡалаһы һәм Коринф муйыны биләмәләре архаик ваҡытта эллинистик һәм рим осороноң һуңғы булған сиктәренән өс тапҡырға ҙур була. Иҡтисади үҫеш социаль ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарыуҙан тыш, киреһенсә, уларҙы тәрәнәйтә һәм киҫкенләштерә. Яңы аҡсалы аҡһөйәктәр өҫтөнлөк алырға ынтыла, һәм бының сәйәси һөҙөмтәһе булып хакимлыҡты ҡолатыу һәм уны олигархия менән алмаштырыу тора.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Экономическое развитие Сиракуз в V в. до н. э. // Учёные записки БГПУ. Вып. VII. № 1. Уфа, 1956. С. 152—166.
- Раннегреческая тирания в греческих полисах Сицилии // Учёные записки БГУ. Вып. 12. № 2. Уфа, 1963. С. 117—129.
- Раннегреческая тирания на Коринфском перешейке // Вестник древней истории. 1965. № 4. С. 112—126.
- Проблема раннегреческой тирании в современной историографии // Историческая наука на Урале за 50 лет. Всеобщая история. Вып. 2. Свердловск, 1968. С. 54-58.
- Проблема кризиса греческого полиса в современной историографии и позднегреческая тирания в Сиракузах при Агафокле // Вопросы историографии и истории социально-политической борьбы зарубежных стран. Учёные записки БГУ. Вып. 25. № 4. Уфа, 1968. С. 201—228.
- Древнегреческий полис как основа античной рабовладельческой демократии // Вопросы истории. К 150-летию со дня рождения К. Маркса. Уфа, 1969. С. 241—244.
- К вопросу о позднегреческой тирании в Спарте // Вопросы всеобщей истории. Учёные записки. БГУ. Вып. 49. № 10. Уфа, 1970. С. 147—166.
- Из истории архаической Митилены // Авторско-читательская конференция журнала «Вестника древней истории» по проблемам «Полис и хора: вопросы экономики, политики и культуры». М., 1973. С. 12-13.
- Раннегреческая тирания на Самосе // Проблемы социально- политической истории античности и средневековья. Вып. 1. Уфа, 1975. С. 3-25.
- Аристократическая и демократическая традиции о ранней тирании и в трудах древнегреческих авторов // VIII Всесоюзная авторско-читательская конференция «Вестника древней истории». М., 1981. С. 77-79.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Пиленкова Татьяна Фёдоровна (1920—2002) // Круглов Е. А., Обыденнов М. Ф. Исследования по археологии, древней и средневековой истории в БашГУ. Уфа: Изд-во БашГУ, 2008. С. 68-70.
- ↑ Круглов Е. А. Помнят Уфа, Москва, Патикапей: Татьяна Фёдоровна Пиленкова // Вестник Башкирского университета. 2003. Т. 8. № 1. С. 110—111.
- ↑ Круглов Е. А. Античность и история Древнего мира в стенах Башгосуниверситета // Наследники «греческого проекта». Уфа, 2014. С. 123—129.
- ↑ Обыденнов М. Ф., Круглов Е. А. 40 лет археологической экспедиции Башгосуниверситета (1961—2001) // Вестник БГУ. 2001. № 4. С. 84-86.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Зайцев Я., Лукиянов Ю. Окрыленность (к 60-летию со дня рождения Т. Ф. Пиленковой) // Знамя Октября. 8 января 1981.
- Круглов Е. А. Античность и история Древнего мира в стенах Башгосуниверситета // Наследники «греческого проекта». Уфа, 2014. С. 123—129.
- Круглов Е. А. Помнят Уфа, Москва, Пантикапей: Татьяна Фёдоровна Пиленкова // Вестник Башкирского университета. 2003. Т. 8. № 1. С. 110—111.
- Лукиянов Ю. Слово о старшем товарище // Знамя Октября. № 8. 1978.
- Обыденнов М. Ф., Круглов Е. А. 40 лет археологической экспедиции Башгосуниверситета (1961—2001) // Вестник БГУ. 2001. № 4. С. 84-86.
- Пиленкова Татьяна Фёдоровна (1920—2002) // Круглов Е. А., Обыденнов М. Ф. Исследования по археологии, древней и средневековой истории в БашГУ. Уфа: Изд-во БашГУ, 2008. С. 68-70.