Пехотный
Пехотный (рус. Пехотное) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл
Пехотный | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 89 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462232 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ырымбур өлкәһендә Яйыҡ йылғаһының һул ярында, райондың административ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан туранан яҡынса 26 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 2016 йылға тиклем ауыл Советы булып торған Новоуральск ҡасабаһына тиклем 22 км[3].
Климаты
үҙгәртергәАуылдың климаты Ҡыуандыҡ районына хас — уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[4].
Тарихы
үҙгәртергә2016 йылда күсенеп килгән украиндар ауылға нигеҙ һалған. Башта Яйыҡтың түбәнгерәк үҙәнендә урынлашҡандар, әммә ауылдың бер осон һыу йыуып тороу арҡаһында хәҙерге урынына күсенгәндәр[3].
1917 йылдан Ырымбур губернаһының Полтава улусы буйынса Пехотный ҡасабаһы булараҡ телгә алына. 1928 йылда ауылда «Яңы ағым» колхозы ойошторола, ул 1957 йылға тиклем ғәмәлдә була. 1957 йылда Пехотный ауылы «Приуральский» совхоз бүлексәләренең береһенең үҙәге булып китә[5].
Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[6][7]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районыныңНовоуральск ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙең икеһен дә үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Этимологияһы
үҙгәртергәПехота — йәйәүле ғәскәр төрө. Ауылдың атамаһы буйынса фараздар бер нисә. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында ошоларҙы яҙа: Бер риүәйәт буйынса ауылға элекке пехота һалдаты нигеҙ һалған. Икенсеһендә Беренсе донъя һуғышында тол ҡалған ҡатындарға ауыл өсөн ер бирелгән тип раҫлана. Өсөнсө фаразы ла бар — ауыл өсөн ер һорап йәйәүләп барып йөрөгәндәр, шуның өсөн Пехотный тип атағандар[8].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 122 кеше (урыҫтар 34 %, ҡаҙаҡтар 42 %) , 2010 йылда 89 кеше йәшәгән[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Дреев П.Л. Топонимы Кувандыкского района. Ч. 2 (2017).
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ В одном предании утверждается, что деревня основана бывшим пехотинцем. Другое гласит, будто селение было организовано для вдов тех, кто погиб в первой мировой войне — ходоки обращались к царю, который и выделил эти земли. Есть и третий вариант: землю эту для бедных пешком ходили просить — потому и назвали Пехотным. В источнике 1937 г. — пос. Пехотный — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.