Петр I һәйкәле (Петрозаводск)

Бөйөк император Петр һәйкәле, Петрозаводскиға нигеҙ һалыусыға  — Рәсәй императоры Петр I һәйкәлен скульптор Иван Николаевич Шредер һәм архитектор Ипполит Антонович Монигетти башҡарған. Һәйкәл Петрозаводск ҡалаһында урынлашҡан.

Петр I һәйкәле
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist.
Нигеҙләү датаһы 1873
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петрозаводск
Булдырыусы Шредер, Иван Николаевич[d]
Һүрәтләнгән объект Пётр I
Архитектор Ипполит Антонович Монигетти[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Петрозаводск[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Онежская набережная (Петровский сквер)
Карта
 Петр I һәйкәле Викимилектә

Һәйкәл урының схемаһы

Һәйкәлгә Петр I-ҙың тыуыуына 200 йыл тулыу хөрмәтенә 1872 йылдың 30 майында нигеҙ һалына, ә һәйкәлде асыу Александровский заводының йөҙ йыллылығы тулыуға тап килтереп 1873 йылдың 29 июнендә тантаналы рәүештә асыла[2]. Был һәйкәл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты (монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы) (1960)[3]. Һәйкәл асыу инициаторы — Олонец губернаһы губернаторы Григорьев Григорий Григорьевич.

Һәйкәлдең тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һәйкәл Петр скверының үҙәгендә урынлашҡан[4], ул төньяҡ-көнсығыштан причалдар менән сикләнгән, көньяҡ-көнбайыштан Онега яр буйы менән, көньяҡ-көнсығыштан һыу вокзалы һәм Карл Маркс проспекты һәм төньяҡ-көнбайыштан Онега күленең[3] Петрозаводск ҡултығы менән сикләнгән. Скверҙы архитектор Вячеслав Васильевич Бугашев проектлаған[5]. Скверҙың үҙәк майҙанына, һәйкәл ҡуйылған урынға, Шокшанан алып киленгән ҡыҙыл кварцит брусчаткаһы түшәлгән. Һәйкәлгә табан һигеҙ юл алып килә, юлдар валсыҡ таш менән түшәлгән, юлдар буйында декоратив ҡыуаҡтар үҫә. Скверҙың үҙендә ҡайын ағастары ултыртылған. Һәйкәл тирәләй һигеҙ мөйөшлө клумбалар, улар металдан сүкеп эшләнгән рәшәткәләр менән уратып алынған.

Һәйкәлдә Петр туп-тура баҫып тора, һул аяғын ғына әҙерәк кенә алға ҡуған[3]. Уның өҫтөндә тубығына тиклем төшөп торған күркәм хәрби мундир, мундиры билбау менән уратып бәйләнгән; уң яурыны аша орден таҫмаһы элеп ҡуйылған, күкрәгендә Андреевский йондоҙо, аяҡтарында шпорлы ботфорттар, ә ҡабырғаһында шпага эленеп тора. Император уң ҡулы менән Петрозаводскиҙың нигеҙләнгән урынына — Лососинка йылғаһы тамағына күрһәтә, унда 1703 йылда металлургия һәм ҡорал заводтары һалынған булған; һул ҡулына ҡағыҙ төргәк тотҡан. Петр фигураһы бронзанан ҡойолған. Дүрт ҡабырғалы пьедестал барокко һәйкәлдәре традицияларында эшләнгән һәм Сердоболь (Сортавала) һоро гранитынан эшләнгән[прим. 1]. Пьедесталдың алғы ҡабырғаһында картуш урынлашҡан. Картушта бронза хәрефле һүҙҙәр:

    Пьедесталдағы яҙма:
 

һәйкәлдең дөйөм бейеклеге 6 метр 30 сантиметр, Петр фигураһының бейеклеге — 2 метр 90 сантиметр, пьедесталы — 3 метр 40 сантиметр тәшкил итә[6]. Император статуяһының ауырлығы 1 тоннанан артығыраҡ.

Һәйкәлдән бер нисә тиҫтә метрҙа мемориаль таҡта ҡуйылған, унда һәйкәлдең ҡыҫҡаса тарихы яҙып ҡуйылған:

Файл:Мемориальная доска у памятника петру.JPG   Мемориаль таҡталағы текст:
 

Белгестәр фекере буйынса, был Петр Беренсегә ҡуйылған иң уңышлы һәм иң яҡшы һәйкәлдәрҙең береһе булып тора[6]. Әммә эксперттар һәйкәлдең ҡуйылған урынын уңышһыҙ тип табалар, сөнки һәйкәл XVIII — XIX быуаттарҙағы[3] граждандар һәм сәнәғәт төҙөләштәренән алыҫ тора һәм батшаның Рәсәйҙе үҫтереүҙәге әһәмиәтен күрһәтмәй, тиҙәр. Тарихи ҡомартҡыны ваҡыты-ваҡыт менән ҡаланың Түңәрәк майҙанына, үҙенең элекке тарихи урынына, күсерергә кәрәк тигән тәҡдим яһайҙар.

Петр I һәм Карелия

үҙгәртергә
 
Император Петр I

Петрозаводскиҙа император Беренсе Петрға һәйкәл булдырыу уның туранан-тура Претрозаводск һәм Карелияның тарихына ҡағылыуы һәм хатта был төбәктең артабан үҫеше менән бәйле бик күп ваҡиғаларға ҡатнашлығы сәбәпсе булып тора.

Батшаның Карелияға беренсе сәфәре 1702 йылда була. Шул саҡта батша үҙенең гвардияһы, кәнсәләре һәм ярандары менән карел крәҫтиәндәре көсө менән «Осударев юлы»н (Нотебург ҡәлғәһен шведтарҙан һуғышып тартып алыу өсөн Аҡ диңгеҙ ярындағы Нюхча ауылынан Онега күле ярындағы Повенец ауылына тиклем һөйрәп ташыу-волоком юлын) һала[прим. 2]. Был сәфәр батшаға крайҙың ҡулланыу мөмкинлектәре менән файҙаланыуҙы баһаларға һәм уларҙы артабанғы пландарында ҡулланыу өсөн мөмкинлектәр бирә[7].

Петр i бойороғо буйынса 1702 йылда Сясь йылғаһы тамағында Ладога күлендә караптар төҙөү верфы нигеҙләнә, шул уҡ 1702 йылда Свирь йылғаһы буйынданда Олонец верфы нигеҙләнә. Верфтарҙы тимер ҡорал менән тәьмин итеү өсөн Олонец өйәҙе территорияһында батша Петр бойороғо Олонец заводы төҙөлә, улар араһында иң мөһиме булып Петровский (Шуйский) пушкалар ҡойоу заводы тора (1703 йылдың 29 авгусында Лососинка йылғаһы тамағында завод төҙөлә башлай һәм Петрозаводск ҡалаһының башланғысы булып тора). Шулай уҡ улар иҫәбенә Повенецкий һәм Алексеевский пушка ҡойоу заводы һәм Кончезерский тимер яһау һәм баҡыр иретеү заводы инә. Верфтарҙы төҙөү менән Ингерманландияның губернаторы кенәз Меншиков Александр Данилович етәкселек итә[7]. Бына шуның өсөн Петрозаводскиҙа Беренсе Петрға һәйкәл ҡуйыла.

 
 
Петр I Һәйкәле Монумент асыу тантанаһынан һуң Петр i һәйкәле.



Фото 1873 йылда яһаған.
 
Бөйөк Петр һәйкәлеПетрозаводскиҙа. Скульпторы Иван Шредер, архитекторы Монигетти Ипполит.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Петр I Һәйкәле (Воронеж)
  • Карл Маркс проспекты (Петрозаводск)
  1. Сердоболь — название города Сортавала до 1918 года
  2. Нотебург — шведское название крепости Орешек

Сығанағы

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Карельский государственный краеведческий музей. Улицы и площади старого Петрозаводска / Ред. А.М. Жульников. — Петрозаводск: Скандинавия, 2003. — С. 8—14. — 500 экз. — ISBN 5948040208.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 1010007000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  4. Наименование присвоено 28 ноября 2012 года
  5. Калин С. Е. Памятник Петру I в Петрозаводске // Титов А.Ф. Карелия : Энциклопедия в трёх томах. — Петрозаводск: ПетроПресс, 2009. — Т. 2 (К—П). — С. 340. — ISBN 5843001210.
  6. 6,0 6,1 Михаил Данков, Сергей Павков Ограда для императора // Карелия : Республиканская общественно-политическая газета. — Петрозаводск: Издательский Дом «Карелия», 2002. — № 58 (905).(недоступная ссылка)
  7. 7,0 7,1 Филимончик С.Н., Гольденберг М.Л. История Петрозаводска: Учебное пособие / Худ. Т.В.Лалиашвили. — Петрозаводск: Карелия, 2003. — 5000 экз. — ISBN 5754508301.

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә