Петр һәм Павел сиркәүе (Таш Кисеү-Каменный Брод)

Изге апостолдар Петр һәм Павел сиркәүеРостов өлкәһе Таш Кисеү (Каменный Брод) ауылындағы Мәскәү Патриархаты Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡараған православие ғибәҙәт йорто[1].

православие ғибәҙәтханаһы
Петр һәм Павел сиркәүе
Ил Рәсәй
Ауыл Каменный Брод, Ростов өлкәһе
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 

1780 йылда Таш Кисеү ҡасабаһына малороссияндар урынына казактар күсеп килгәндәр. Ҡасабала оҙаҡ ваҡыт сиркәү булмаған, шуға күрә казактар 1781 йылда Грушевская станицаһының Изге ыҙа сигеүсе Варвара сиркәүе мәхәлләһе булып иҫәпләнгән[2][3][4].

Ул йылдарҙа Дондағы утарҙарҙа, иҫке йола сиркәүе таралып китмәһен өсөн, бары тик Изге Синод рөхсәте менән генә сиркәү төҙөргә мөмкин булған. 1844 йылда был тыйыу туҡтатылған, һәм урындағы казактар үҙ утарҙарында сиркәү төҙөй алғандар.

1862 йылда халыҡ үҙе йыйған аҡсаға ауылда бер тәхетле сиркәүҙе төҙөй башлағандар. Ул сиркәү апостол Петр һәм Павел хөрмәтенә ағастан төҙөлгән. Освящение был Сиркәүҙе 1864 йылдың 27 апрелендә изгеләндергәндәр. Сиркәү янында беренсе зыяратты асҡандар. 1881 йылдың 20 майында сиркәүгә йәшен атҡан һәм ул янып юҡҡа сыҡҡан[5].

Янған сиркәү урынына 1885 йылда яңы сиркәү төҙөлгән. Шул уҡ йылдың ноябрендә сиркәү изгеләндерелгән. 1905 йылда сиркәү йорто киңәйтелгән. Сама менән шул уҡ йылдарҙа урындағы хакимиәт сиркәү янында ике сиркәү-мәхәллә мәктәбен ир һәм ҡыҙҙар өсөн айырым төҙөгән.

Совет власы йылдарында сиркәү бер нисә тапҡыр ябылған. Билдәле булғыуынса, Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында сиркәү эшләмәгән булһа ла, 19411942 йылдарҙа унда Ростов артиллерия училищеһы курсанттарының һөйәктәре күмелгән. Сиркәү 1961 йылда Никита Хрущев үткәргән дингә ҡаршы кампания ваҡытында бөтөнләйгә ябылған. Сиркәү йорт йортонда башта спорт залы, һуңынан химикаттар һаҡлау склады булған.

1990 йылдар башында уның стеналары ғына тороп ҡалған ташландыҡ сиркәү йортон клубҡа әйләндерергә иткәндәр, тик аҡса булмау сәбәпле был план тормошҡа ашырылмаған. 1997 йылда сиркәү йортонда реконструкция эштәре башлаып киткән, тик бер аҙҙан ул эш тағын туҡталып ҡалған. Бары 2008 йылда сиркәүҙе аяҡҡа баҫтырғандар. 2010 йылдың 17 октябрендә сиркәүҙең хоҙайға табыныу өлөшөндә тантаналы рәүештә ғибәҙәт ҡылыуҙар асылған. 2012 йылда сиркәүгә ҡыңғырауҙар һатып алғандар[6], ә 2013 йылда сиркәү йортоноң төп өлөшө төҙөлөп бөткән[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Каменный Брод|Церковь Петра и Павла. sobory.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017.
  2. Форум сайта "Казачий круг". • Просмотр темы - Станица Грушевская (билдәһеҙ). www.kazachiy-krug.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
  3. Краеведение (рус.). nagibinaelena.jimdo.com. Дата обращения: 2 февраль 2017.
  4. Малов-Бойчевский Павел Георгиевич. Станица Грушевская. samlib.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017.
  5. Вольная Станица • Просмотр темы - станица Грушевская (билдәһеҙ). forum.fstanitsa.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  6. Освящен крест Петропавловского храма хутора Каменный Брод. Дата обращения: 2 февраль 2017.
  7. Работа над ошибками  (рус.), KR-News.Ru - Информационный портал Ростовской области. 2 февраль 2017 тикшерелгән.(урыҫ.), KR-News.Ru — Информационный портал Ростовской области. 2 февраль 2017 тикшерелгән.