Петров йорто (Дондағы Ростов)
Петров йорто ( Домбровский йорто) — Дондағы Ростов ҡалаһы, Пушкин урамы, 115-се һанлы йорт. ХIХ быуат аҙағында Ростов архитекторы Николай Александрович Дорошенко проекты буйынса төҙөлгән. Йортта 1959 йылда Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейы урынлаша[1]. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].
Иҫтәлекле урын | |
Петров йорто
| |
Файл:Домбровский йорто 1.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Пушкин урамы , 115-се һанлы йорт |
Архитектура стиле | Эклектика |
Проект авторы | Николай Александрович Дорошенко |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы |
Петров йорто Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәЙорт XIХ быуат аҙағында төҙөлгән. Йорттоң беренсе хужаһы А. А. Домбровский була, ул йортон тиҙ арала һатып ебәрә. Билдәле булыуынса, йорт 1898 йылда Владикавказ тимер юл идаралығына ҡарай.
ХIХ быуат аҙағында Владикавказ тимер юл идаралығы тимер юл өсөн ер алыу тураһында бик оҙайлы суд процессы алып бара. участкаһы һатып алыу менән бәйле. Шул саҡта юл етәксеһе был эштә еңеп сыҡҡан адвокатҡа Домбровский йорто бүләккә биреләсәк тип иғлан итә. Тимер юл мәнфәғәтен яҡларға Ростов адвокаты Аполлон Петрович Петров тотона һәм ул был процеста бик отошло еңеп сыға. Шуның һөҙөмтәһендә ул Владикавказ тимер юл идаралығының юрисконсульты итеп тәғәйенләнә һәм бүләккә Домбровский йортон ала.
Пушкин урамындағы йортта Петров ҡатыны һәм балалары менән бергә йәшәй. Йорт рәсми рәүештә уның ҡатыны Софья белмәгән 1913 йылдан алып йорттоң рәсми хужаһы Петровтың ҡатыны Софья була. Октябрь революцияһынан һуң Петровтар Франция дәүләтенә күсеп китәләр. 1920 йылда йортто милли милеккә әйләндерәләр һәм 1920 йылда унда Балалар коммунаһы урынлаша, аҙаҡ ул Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йортона, һуңынан Таусылар Союзы йортона әйләнә. 1930 йылда йортта Ростовоблсов-промкооперация, «Спартак» физкультура йәмғиәте һәм Облместпром урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң йорт өлкә төҙөлөш һәм архитектура бүлегенә тапшырыла. Был осорҙа йорт өҫтөнә мансарда төҙөлә, бинала бетон баҫҡыстар ҡуйыла, ағас терраса һәм баҡсалағы мәрмәр фонтан һүтеп алына. Шул уҡ ваҡытта йорттоң семәрле ишектәре һәм камины юҡҡа сыға. 1959 йылда бина Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейына тапшырыла.
Архитектура
үҙгәртергәПетров йорто эклектика рухында төҙөлгән, уны биҙәүҙә барокко, классицизм һәм ренессанс мотивтары бергә ҡушылған. Төп (көньяҡ) фасад Пушкин урамына сыға, ул асимметрик композициялы. Төп ҡаттағы тәҙрәләр арһындағы стеналар композит ордерлы колонналар менән биҙәлгән. Тәҙрә уйымдары ярым циркуль формаһында һәм йоҙаҡ таштар менән тамалана. Архивольттар кариатидаларға таянған. Ҡунаҡ күтәрмәһе өҫтөндә геральдик тамға тора. Тәҙрә өҫтөндәге фриздар һылап эшләнгән элементтар : ҡатын-ҡыҙ башы, грифондар, үҫемлек биҙәктәре һәм картушалар менән биҙәлгән. Балюстрадала балясиналар һәм тумбалар рәт-рәт итеп теҙелгән[3].
Пушкин урамынан йорт таш нигеҙгә баҫтырылған биҙәкле тимепҙән сүкеп эшләнгән ҡойма менән бүленеп айырылған. Төньяҡ фасад яғында хужалыҡ ҡаралтыһы тора. Элек участкала ат һәм мал һарайы торған.
Мәрмәр баҫҡыслы ҡунаҡ вестибюле янында ике ҡат бейеклегендәге төп залдар урынлашҡан. Стеналар коринф пилястрҙары менән биҙәлгән, ишектәр архивольттар менән билдәләнгән, йор түшәме гипс менән һылап биҙәлгән. Тәүҙә цоколь ҡатында аш-һыу бүлмәһе, ҡаҙанлыҡ, хеҙмәтселәр бүлмәләре урынлашҡан булған. Ашамлыҡтар юғары ҡатҡа махсус эскалатор ярҙамында бирелгән.
</gallery>
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 85—94. — (Серия «Судьбы улиц, площадей, зодчих»). — ISBN 5-87688-250-X.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 93—98. — ISBN 5-8456-0489-3.