Пестерев Владимир Николаевич

Владимир Николаевич Пестерев (13 февраль 1940 йыл — 23 ноябрь 2003 йыл) — Төмән өлкәһенең «Сургутнефтегаз» производство берекмәһе «Быстринскнефть» газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы капиталь ремонтлау быраулаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Пестерев Владимир Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 ноябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Сорғот, Ханты-Манси автономиялы округы, Төмән өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы медаль «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири»

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Николаевич Пестерев 1940 йылдың 13 февралендә Бөрө ҡалаһында тыуа. 1958 йылда Ишембай һөнәрселек училищеһын тамамлай һәм нефть сығарыу буйынса оператор һөнәрен ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Башҡортостандың нефть промылаларында башлай. «Башвостокнефтеразведканефть» тресының, Ҡалтасы быраулау контораһының, «Ишембайнефть» НПУ-һының, «Арланнефттең» скважиналарҙы тикшереү, нефть табыу буйынса операторы(1958—1962)[1].

1962—1965 йылдарҙа Венгрияла хәрби хеҙмәт үтә.

1965 йылда демобилизацияланғандан һуң Төмән өлкәһенә күсә һәм шунан алып Көнбайыш Себерҙең нефть промыслаларында эшләй.

Үүҙен юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Бер бригада булып ике станокта эшләү инициаторы була. Был башланғыс «Сургутнефтегаз» предприятиеларына тарала. Һөҙөмтәлә йылына 102 мең эш хаҡы алған 4 быраулаусы бушай. Унынсы биш йыллыҡта В. Н. Пестерев эшләгән бригада планда ҡаралған 93 һәм йөкләмә буйынса 98 скважина урынына 112 скважинаны ремонтлап, планды 120,4 процентҡа үтәй. Алдынғы ысулдарҙы һәм алымдарҙы индереү һәҙәмтәһендә бригада ун беренсе биш йыллыҡта етештереү ваҡыты — 7,6, тиҙлек 3,9 процентҡа арта.

Бригадаһы 11-се биш йыллыҡ йөкләмәһен дүрт йыл эсендә башҡарып сыға, пландан тыш 25 нефть скважинаһын ремонтлай, һөҙөмтәлә өҫтәмә рәүештә 216 мең тонна нефть сығарыла һәм 1300 һумлыҡ электр энергияһы, ҡорамалдар һәм материалдар экономиялана. В. Н. Пестерев йәштәрҙең остазы булып та тора.

1985 йылда «Сургутнефтегаз» производство берекмәһенең «Быстринскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы капиталь ремонтлау быраулаусыһы итеп күсерелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 29 апрелендәге указы менән Владимир Николаевич Пестеревҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

35 йылдан Төмәндең төньяғының ауыр шарттарында эшләй. Сорғот Солкинск, Правдинск, Холмогорск, Локосовск, Пойковск, Быстринск нефть ятҡылыҡтары скважиналарын сафҡа индерә. Бурауланған скважиналарҙы үҙләштереүҙә һәм, уларҙы механизациялауға күсереүҙә шәхсән ҡатнаша.

2000 йылда хаҡлы ялға сыға.

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында йәшәй. 2003 йылдың 23 ноябрендә вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Ленин, «Почет билдәһе», миҙалдар менән бүләкләнгән. Төмән өлкәһенең почетлы нефтсеһе. Сорғот ҡалаһының почетлы гражданы. В. Н. Пестеревтың исеме «Главтюменнефтегаз» тресының Почет китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. pseudology.org/gazprom/1996_Professionaly.pdf

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Герои труда. — Уфа: Китап, 2011.