Первомайский ауыл Советы (Яңауыл районы)
Первомайский ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы муниципаль берәмек.
Первомайский ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Яңауыл районы |
Халыҡ һаны |
1256 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 1684 кеше (2002)[3], 1587 кеше (2009)[3], 1501 кеше (2010)[4], 1447 кеше (2012)[5], 1407 кеше (2013)[6], 1363 кеше (2014)[7], 1332 кеше (2015)[8], 1299 кеше (2016)[9], 1266 кеше (2017)[10] |
Административ үҙәге — Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы
Тарихы
үҙгәртергәАуыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы менән билдәләнә[11].
Первомайский ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһы 1728 гектар тәшкил итә. Шуларҙан 385,13 га тораҡ пункттар сиктәрендә, уларҙың ситтәрендә 607 га, урман фонды ерҙәрендә 10 гектар[12].
Ауыл биләмәһе составы
үҙгәртергә- Сусаҙы-Ябалак ауылы
- Андреевка ауылы
- Ирдуған ауылы
- Костин ауылы
- Яңы Сусаҙыбаш ауылы
- Иҫке Сусаҙыбаш ауылы
- Зайцев ауылы
- Татаркин ауылы
- Серауыл ауылы
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[13] | 2009[13] | 2010[14] | 2012[15] | 2013[16] | 2014[17] | 2015[18] |
1684 | ↘1587 | ↘1501 | ↘1447 | ↘1407 | ↘1363 | ↘1332 |
Газ менән тәьмин итеү
үҙгәртергә6 тораҡ пункттан (элекке Зайцев ауыл советы тораҡ пункттарыһыҙ) газ селтәре менән Сусаҙы-Ябалаҡ (100 % — яңы төҙөлөш йорттары тыш) һәм Костин (100 %) ауылы тәьмин ителә, урам газ торбаларының оҙонлоғо 4,5 км: Сусаҙы-Ябалаҡта — 2,5 км, Костин ауылында — 2 км
Ауыл хакимиәте биләмәһендә яҡынса 48 % йорттар газ менән тәьмин ителә, 315 йорттан — 165 йортҡа газ индерелмәгән. Тулыһынса газ индереү өсөн тағы 6,6 км газ торбалары үткәреү кәрәк. Ирдуған ауылына тиклем ҡасаба-ара газ торбаһы һалынған.
«Башжилкоммунпроект» институты Нефтекама проект оҫтаханаһында әҙерләү стадияһында Ирдуған ауылында 68 йортҡа проект- смета документацияһы бар, 2010 йылда был ауылда 1,5 км урам газ торбалар үткәреү тора.
Һыу менән тәьмин итеү
үҙгәртергәТораҡ пункттарҙа үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү ойошторолмаған, файҙаланыу өсөн 11 ҡоҙок бар. Иҫке Сусаҙыбашта бер шишмә төҙөкләндерелгән.
Йыл һайын ауыл халҡы тарафынан Ваня үҙәнен таҙартыу үткәрелә.
Мәғариф
үҙгәртергәУҡытыусылар һәм тәрбиәселәр 68 кеше тәшкил итә. Уҡыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр — 204.
Сусаҙыбаш- Ябалаҡ һәм Зайцев ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, Иҫке Сусаҙыбаш, Ирдуған, Серауыл ауылдарында башланғыс мәктәптәр бар.
Зайцев ауылында балалар баҡсаһы бар.
Район бюджетында Первомайский ауыл Советы мәғарифына ағымдағы йылда һалынға аҡсаның суммаһы 8 млн. 190 мең. 400 һум тәшкил итә.
Һаулыҡ һаҡлау
үҙгәртергәСусаҙы-Ябалаҡ, Иҫке Сусаҙыбаш, Зайцев фельдшер-акушер пункттары бар, хеҙмәткәрҙәр һаны — 3 кеше.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәСусаҙыбаш-Ябалаҡ ауылында 300 урынлыҡ, Зайцев ауылында 150 урынлыҡ, Иҫке Сусаҙыбаш ауылында 100 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорттары бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Администрация СП Первомайский сельсовет 2016 йыл 17 август архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.