Певек (порт)
Певек порты — Төньяҡ диңгеҙ юлының трассаһындағы федераль әһәмиәттәге арктика диңгеҙ порты. Көнсығыш-себер диңгеҙенең Чаун иренедә урынлашҡан. Рәсәйҙәге иң төньяҡ диңгеҙ порты. Певек ҡалаһы территорияһында урынлашҡан.
Певек | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Рәсми сайт |
morportpevek.ru pma.ru/filialyi/filial-f… |
Певек Викимилектә |
Тәбиғи шарттар
үҙгәртергәДиңгеҙ порты акваторияһы һәм яр буйы һыҙаты асыҡ диңгеҙ яғындағы боҙҙар баҫымынан һәм 40 м/с тиклем шторм елдәренән Оло һәм Кесе Роутан утрауҙары менән һаҡланған. Ел тизлеге 15 м/с тиҙлектә булһа, ел йоғонтоһы аҫтындағы ағым 1,5 узелға етә. Йылдың йылы ваҡытында акваторияла боҙҙар йөҙөп йөрөй, уларҙы төньяҡ елдәре ҡыуып алып килә. Диңгеҙҙә боҙҙоң килеү-китеү кимәле тирбәлештәре уртаса кимәлдән килгәндә 2 метрға етә , ә киткәндә — 1,4 метрға етә. Яр буйында, причалдар янында, йыш үҙгәреүсән ағым күҙәтелә.
Тарих
үҙгәртергәПортҡа нигеҙ һалыу датаһы булып 1951 йылдың 20 апреле һанала, был көндә Певек арктик диңгеҙ порты идаралығы ойошторола, ул Дальстрой системаһына инә Порттың төҙөлөүенә Чукот ярымутрауының Чаун районында алтын ятҡылығы табылыу һәм уны эшкәртеү әүҙем булышлыҡ итә. Ул саҡта порт бер һыҙатта торған причалдарҙан ғибәрәт була, улар свай туҡталышлы дүртәү, оҙонлоғо- 429,5 метр, причалдарҙа бер ниндәй ҙә механизация юҡ тиерлек, шул уҡ ваҡытта, етештереү һәм ярҙамсы биналары үҙ тәғәйенләнешенә яуап бирмәй. Ул мәлдә портта бары тик 3 гусеницалы кран ғына була һәм улар карап лебедкалары менән йәки ҡул көсө менән хәрәкәткә индерелгән, сменала 900 тиклем кеше эшләгән (башлыса — тотҡондар).
1957 йылдың 25 октябрендә СССР Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы Певек порты Диңгеҙ флоты Министрлығының Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ пароходлығы составына инә һәм шул уҡ йылдагидротехник ҡоролмаларҙың күләмле төҙөлөшө башлана, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ һәм производство корпустары төҙөлә.
1960-сы йылдарҙа арктикла беренсе тапҡыр бетон япмалы 4 шпунтлы причал төҙөлә,причал стенаһының оҙонлоғо 499 метр тәшкил итә. Портта 14 порт краны эшләй, туҡтап тороу һәм ремонт гараждары төҙөлә
1980-80-се йылдарҙа Певек Колымаға ебәрелә торған йөктәрҙе үҙе аша тапшырыусы порт була, йөктәр ағымы йылдан-йыл арта бара. 1982 йылда Чукоткаға һәм Колымаға бара торған йөктәрҙе порттан оҙатыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн Певек диңгеҙ сауҙа порты «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
1983 йылда портҡа боҙлы һыуҙа йөҙөрлөк класлы көсәйтелгән «Норильск» караптары килә башлай.
1990-сы йылдарҙа Чаун-Чукотка төп тау мәғдән сығарыу сәнәғәт предприятиелары юҡҡа сығарыла, шуның арҡаһында портта йөк әйләнеше ҡырҡа кәмей бара, әммә предприятие эшен дауам итә һәм квалификациялы кадрҙарҙы һаҡлап ҡала.
1997 йылда Певек диңгеҙ порты асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә.
2006 йыл участка составына Шмидт мороно йөк участкаһы инә.
Певек диңгеҙ портына яҡын киләсәктә яңыртыу планлаштырыла, унда Якутияла сығарылған ваҡ фракциялы таш күмерҙе Ҡытайға йылына 500 мең тоннаға тиклем ҡеүәтле тейәү базаһы булдырыу ҡаралған. Был проектҡа ярашлы, 2013 йылдың яҙында бында бер юлы 40 тонна йөк күтәреүсе 50 метрлы порт краны ҡуйылған.
Ауыр йөк ташығанлыҡтан һыуға тәрән төшөп ултырған караптарҙы портта ҡабул итеү өсөн причал стеналарының тәрәнлеген 16-18 метрға тиклем арттырыу ҡаралған. Портта шулай уҡ ҡотҡарыу подразделениеларын, сик һәм таможня постарын урынлаштырыу планлаштырыла.
Порт 99,99 % Чукотканың ЯСЙ «Территория-инвест»ҡа ҡарай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- О. Чесноков. Певек — самый северный город-порт мира . Парламентская газета на Дальнем Востоке (№ 14 (310), 2011 г.). Дата обращения: 2 август 2013. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. 2016 йыл 31 октябрь архивланған.
- Фото и видео морпорта . Дата обращения: 27 март 2019.(недоступная ссылка)