Патрик Торесен
Патрик Торесен (норв. Patrick Thoresen; 7 ноябрь 1983 Хамар Норвегия) — Норвегиянең хоккейсы. Сит яҡ һөжүмсе. 2017 йылдан СКА клубы уйынсыһы. Ике тапҡыр Гагарин кубоктың эйәһе (2011, 2015).
Патрик Торесен | |
норв. Patrick Thoresen | |
Эшмәкәрлек төрө: |
хоккейсы |
---|---|
Тыуған ваҡыты: |
07.11.1983 |
Тыуған урыны: | |
Ауырлыҡ: |
89 кг |
Буй: |
182 см |
Урын: |
сит яҡ һөжүмсе |
Карьера | |
Клубтар: |
1999—2001 Сторхамар |
Гражданлығы: | |
Бүләктәр | |
Биографияһы
үҙгәртергә1983 йылдың 5 ноябрдә Хамар тыуған. Һөжүмсе. Үҙ карьераһында Сторхамар, Монктон Уайлдкэтс, Бе-Комо Драккар, Юргорден, Ред Булл, Эдмонтон Ойлерз, Филадельфия Флайерз, Лугано, Салауат Юлаев һәм СКА командаларында нығынып өлгөрә. Спорт карьераһын 2003 йылда Швецияның «Юргорден» клубында башлай. Унда өс миҙгел уйнағандан һуң, көсөн НХЛ-да һынап ҡарамаҡсы булып, башта «Эдмонтон» командаһында сығыш яһай, һуңынан "Филадельфия"ла ла уйнап өлгөрә. Унда ике миҙгел эсендә 106 уйын уҙғарып, 24 (6+18) мәрәй йыя. Бына шундай күрһәткес менән Торесен, үҙе әйтмешләй, көтмәгәндә КХЛ беренселегенә килеп эләгә. Башта уға Мәскәүҙең «Спартак» клубы күҙ һала. Тик уртаҡ фекергә килә алмай, һөйләшеүҙәр өҙөлә һәм былтыр Швейцарияла уҙған донъя беренселегенән һуң «Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге уға Өфөгә килергә тәҡдим яһай. Патрик, контракттың бар тәҡдимдәренә риза булып, Рәсәйҙе яуларға, дөрөҫөрәге, Өфөгә юллана. Әлбиттә, башта Рәсәй хоккейын күҙаллаған таныш-белештәренән һораша, уның кимәле менән таныша. Күптәр, НХЛ менән бер рәттән сағыштырмаһа ла, беҙҙең илдә хоккейҙың Европанан күпкә көслөрәк икәнен иҫбатлағас, легионер үҙен Башҡортостан командаһында һынап ҡарарға ниәтләй. Шулай уҡ хыялы, көслө чемпионатта уйнап, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеү була. Сөнки НХЛ-да, күпме генә тырышмаһын, уйнарға ирек бирмәйҙәр, клуб етәкселеге уны күберәк запас эскәмйәһенә ултыртыуҙы хуп күрә. Белгестәр, Патрик бик тырыш булһа ла, уйнау кимәле түбән, тип һанай. Ә инде Торесен, уларҙың фекерен инҡар итеп, үҙенең файҙалы хоккейсы икәнен иҫбатламаҡсы булып, КХЛ-ға юллана. 2011 йылда «Салауат Юлаев» составында Гагарин Кубогына эйә була. СКА командаһы составында 2014/15 сезонда үҙ икенсе Гагарин кубогын яулай. 2015 йылда Юргорден командаһы менән контракт төҙөгән.
Өйләнгән. Ҡатыны менән ҡыҙ (Матильда) һәм ул (Фабиан) үҫтерә.
Карьера
үҙгәртергә- 1999—2001 Сторхамар
- 2001—2002 Монктон Уайлдкэтс
- 2002—2003 Бе-Комо Драккар
- 2003—2006 Юргорден
- 2006 Ред Булл
- 2006—2008 Эдмонтон Ойлерз
- 2008 Филадельфия Флайерз
- 2008—2009 Лугано
- 2009—2011 Салауат Юлаев
- 2011—2015 СКА
- 2015—2016 Юргорден
- 2016—2017 Цюрих Лайонс
- 2017 Сторхамар
- 2017—... СКА
Спорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергәСтатистика
үҙгәртергәЛегенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Регуляр сезоны | Плей-офф | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Сезон | Команда | Лигаһы | У | Г | П | М | Шрт | У | Г | П | М | Штр | ||
1999-00 | Сторхамар | NOR1 | 26 | 1 | 8 | 9 | 2 | — | — | — | — | — | ||
2000-01 | Сторхамар | NOR1 | 41 | 18 | 27 | 45 | 24 | 3 | 0 | 0 | 0 | 2 | ||
2000-01 | Сторхамар | IIHF CC | 3 | 0 | 0 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | ||
2001-02 | Монктон Уайлдкэтс | QMJHL | 60 | 30 | 43 | 73 | 50 | — | — | — | — | — | ||
2002-03 | Бе-Комо Драккар | QMJHL | 71 | 33 | 75 | 108 | 57 | 12 | 2 | 8 | 10 | 8 | ||
2003-04 | Юргорден | SHL | 3 | 0 | 0 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | ||
2004-05 | Юргорден | SEL | 30 | 10 | 7 | 17 | 33 | 12 | 2 | 2 | 4 | 29 | ||
2005-06 | Юргорден | SEL | 50 | 17 | 19 | 36 | 44 | — | — | — | — | — | ||
2006-07 | Эдмонтон Ойлерз | НХЛ | 68 | 4 | 12 | 16 | 42 | — | — | — | — | — | ||
2006-07 | Wilkes-Barre/Scranton Penguins | AHL | 5 | 1 | 5 | 6 | 4 | — | — | — | — | — | ||
2007-08 | Springfield Falcons | AHL | 29 | 13 | 13 | 26 | 13 | — | — | — | — | — | ||
2007-08 | Эдмонтон Ойлерз | НХЛ | 17 | 2 | 1 | 3 | 6 | — | — | — | — | — | ||
2007-08 | Филадельфия Флайерз | НХЛ | 21 | 0 | 5 | 5 | 8 | 14 | 0 | 2 | 2 | 4 | ||
2008-09 | HC Lugano | NLA | 48 | 22 | 41 | 63 | 83 | 7 | 1 | 7 | 8 | 0 | ||
2009-10 | Салауат Юлаев | КХЛ | 56 | 24 | 33 | 57 | 71 | 15 | 5 | 9 | 14 | 37 | ||
2010-11 | Салауат Юлаев | КХЛ | 54 | 29 | 37 | 66 | 30 | 21 | 3 | 15 | 18 | 16 | ||
2011-12 | СКА | КХЛ | 45 | 15 | 26 | 41 | 34 | 15 | 2 | 5 | 7 | 10 | ||
2012-13 | СКА | КХЛ | 52 | 21 | 30 | 51 | 49 | 15 | 3 | 10 | 13 | 10 | ||
2013-14 | СКА | КХЛ | 37 | 11 | 19 | 30 | 44 | 10 | 5 | 8 | 13 | 0 | ||
2014-15 | СКА | КХЛ | 48 | 17 | 20 | 37 | 28 | 8 | 3 | 6 | 9 | 31 | ||
2015-16 | Юргорден | SHL | 49 | 15 | 33 | 48 | 34 | 22 | 9 | 8 | 17 | 14 | ||
Бөтәһе НХЛ-да | 106 | 6 | 18 | 24 | 66 | 14 | 0 | 2 | 2 | 4 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 292 | 117 | 165 | 282 | 256 | 98 | 27 | 56 | 83 | 87 |