Патера (планетология)
Патера (лат. patera, мн. ч paterae) — Ер планетаһынан ситтә ятҡан дөрөҫ булмаған формалағы һәм сит-ситтәре тигеҙһеҙ кратерҙар. Патераларҙың күбеһе — вулкан кратерҙары[1][2][3]. Атама латин теленән алынған һәм антик мәҙәниәттә аллаларға бүләктәр алып барыу һәм башҡа маҡсаттар өсөн файҙаланылған бик үк тәрән булмаған табаҡты аңлата[4][5]. «Патера» термины планеталар исемлегендә файҙаланыла — объекттар атамаһы составына инә. Халыҡ-ара атамаларҙа (латин алфавитында яҙылған һәм Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан раҫланған) Patera һүҙе, планеталар исемлегендәге башҡа терминдар кеүек үк, ҙур хәреф менән яҙыла һәм атаманан һуң ҡуйыла (мәҫәлән, Dazhbog Patera — Дажьбог Патераһы)[6], ә урыҫ телендә был һүҙ атама алдынан ҡуйыла һәм бәләкәй хәреф менән яҙыла. Унан һуң был термин характеристика булараҡ ҡулланылыуы ла ихтимал (хатта таныш булмаған объектҡа ҡарата ла ҡулланыу мөмкин)[7][8].
Патера | |
Патераларҙың тәбиғәте
үҙгәртергә«Патера» термины, планеталар исемлегендәге башҡа терминдар кеүек үк, объекттың килеп сығышын күрһәтеү өсөн файҙаланылмай, ул тик уның тышҡы күренешен генә һүрәтләй. Марс, Сулпан һәм Ионың күпселек патералары — вулкан кратерҙары йәки кальдералары, ә ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, Марстың Орк патераһы) — моғайын, удар кратер булыуы ихтимал. Һәр хәлдә Тритондың ҡайһы бер патералары һәм Титандың берҙән-бер Сотра патераһы (2015 йылға ҡарата), моғайын, криовулкан кратерҙарылыр. Ҡайһы берҙә, тәрәнлек билдәһенә ҡарап, патера тип аталалар. Патералар һәм ғәҙәти кратерҙар араһында аныҡ ҡына сиктәр юҡ.
Патераларҙың атамалары
үҙгәртергәҠағиҙә булараҡ, был термин тәпәш — ҡалҡанға оҡшаш вулкандарҙың кратерҙарына бирелә (йәғни вулкан үҙе саҡ-саҡ ҡына беленеп тора, һәм ул ниндәйҙер атама алыуға «лайыҡ түгел»). Бейек вулкандарҙың кратерҙары, ғәҙәттә, бер нисек тә аталмай, уның ҡарауы вулканға исем бирелә.
«Тау патераһы» (ингл. highland patera) тигән геология термины, исемлектәге «патера» айырмалы рәүештә, бөтә вулканға ҡарата ҡулланыла.
«Патера» термины (планеталар исемлегендәге башҡа 12 термин менән бергә) Халыҡ-ара Астрономия Союзының XV Генераль ассамблеяһы тарафынан 1973 йылда ҡулланыуға индерелә. Ул мәлдә Марстың «Маринер-9» йыһан аппараты тарафынан 1972—1973 йылдарҙа төшөрөлгән 9 патераһына атамалар бирелә.
2015 йылдың мартына 249 объекттың атамаһында Patera йәки Paterae термины ҡулланыла: Ио юлдашының 144 , Сулпандың — 73, Марстың — 20, Ганимедтың 6, Тритондың — 5 һәм Титандың 1 объектында.
Төрлө күк есемдәрендәге патералар төрлөсә атала:
- Сулпанда — мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтенә;
- Марста — Джованни Скиапарелли йәки Эжен Антониада карталарында альбедолағы күрше өлөшсәләр исеме менән;
- Иола — ут, Ҡояш, йәшен йәки вулкандар, мифик тимерселәр, шулай уҡ күршеләрендәге вулкандар үҙәге исемдәре менән бәйле аллалар, алиһәләре һәм батырҙар хөрмәтенә;
- Ганимедта — Уңдырышлы ярым айҙың ваҡытлыса аҡҡан йылғалары (вади) исеме менән;
- Титанда — төрлө халыҡтарҙың бәхет, тыныслыҡ һәм татыулыҡ аллалары хөрмәтенә. Тик Титандың ғына патераһы Норвегияның Сотра утрауы исемен йөрөтә;
- Тритонда — грек һәм рим сығышлы атамаларҙан башҡалары һыу менән бәйле төрлө исемдәр менән (мәҫәлән, мифик заттар йәки биләмә исеме менән).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Tanaka K. L., Scott D. H., Greeley R. Global stratigraphy // Mars / H. H. Kieffer, B. M. Jakosky, C. W. Snyder, M. S. Matthews. — University of Arizona Press, 1992. — P. 367. — 1498 p. — ISBN 9780816512577.
- ↑ Шингарева К. Б. Как дают названия деталям на картах планет // Путешествия к Луне / Ред.-сост. В. Г. Сурдин. — Москва: Физматлит, 2009. — С. 186. — 512 с. — ISBN 978-5-9221-1105-8.
- ↑ Head J. W., Crumpler L. S., Aubele J. C., Guest J. E., Saunders R. S. Venus volcanism: Classification of volcanic features and structures, associations, and global distribution from Magellan data (инг.) // Journal of Geophysical Research (инг.)баш. : journal. — 1992. — Т. 97. — № E8. — С. 13153—13197. — ISSN 0148-0227. — DOI:10.1029/92JE01273 —
- ↑ Angelo J. A. Encyclopedia of Space and Astronomy. — Infobase Publishing, 2009. — P. 348. — 740 p. — ISBN 9781438110189.
- ↑ Loth C. Classical comments: the patera . Institute of Classical Architecture & Art (5 октябрь 2010). Архивировано 10 август 2011 года. 2011 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Patera, paterae — Nomenclature Search Results (ингл.). Gazetteer of Planetary Nomenclature. International Astronomical Union (IAU) Working Group for Planetary System Nomenclature (WGPSN). Дата обращения: 24 август 2014. Архивировано 6 август 2014 года.
- ↑ Davies A. G. Ch. 16. Volcanic plumes // Volcanism on Io. — Cambridge University Press, 2007. — P. 260. — 355 p. — ISBN 9780521850032.
- ↑ Williams D. A., Keszthelyi L. P., Crown D. A., Jaeger W. L., Schenk P. M. Geologic mapping of the Amirani–Gish Bar region of Io: Implications for the global geologic mapping of Io (инг.) // Icarus : journal. — Elsevier, 2007. — Т. 186. — № 1. — С. 204—217. — DOI:10.1016/j.icarus.2006.08.023 — Архивировано из первоисточника 7 август 2014.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Списки наименованных патер: на Венере, на Марсе, на Ио, на Ганимеде, на Титане, на Тритоне
- Perry J. Formation of Paterae on Io (ингл.). The Gish Bar Times (4 март 2009). Дата обращения: 24 август 2014. Архивировано 31 июль 2012 года.