Паскевичтарҙың сиркәү-кәшәнәһе

Паскевичтарҙың сиркәү-кәшәнәһе — Гомель һарай-парк ансамбле составында сиркәү-кәшәнә.

Паскевичтарҙың сиркәү-кәшәнәһе
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Гомель[d]
Хужаһы Паскевичи[d]
Дата производства 1889
Архитектор Yevhen Chervinskyy[d]
Архитектура стиле Урыҫ стиле[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в часовне-усыпальнице Паскевичей[d]
Карта
 Паскевичтарҙың сиркәү-кәшәнәһе Викимилектә

18701889 йылдарҙа архитектура академигы Е.Червинский етәкселегендә псевдорус стилендәг (проект А.Х Пель ҡатнашлығында төҙөлгән) Петропавловский соборы менән йәнәш гомель һарайы һәм паркы 1834 йылдан алып 1918 йылға тиклем биләгән Паскевичтар ғаиләһе ағзаларының ҡәбере өсөн төҙөлгән. Төҙөлөштө Петербург архитекторҙары М.Е.Месмахер һәм О.Э. Вегенерға тапшырғандар. Беренсеһе сиркәү-кәшәнәнең биҙәлеше өсөн яуаплы булған, икенсеһе төҙөү менән шөғөлләнгән[1].

1889 йылда сиркәүҙә генерал-фельдмаршал, кенәз И,Ф. Паскевичтың (1782—1856) һәм уның ҡатыны Елизавета Алексеевнаның, ҡыҙ фамилияһы буйынса Грибоедованың мәйетен күсереп ерләйҙәр. Башта И.Ф.Паскевич Варшавала вафат була, Ивановск ауылында ерләнгән була (хҙер Демблин ҡалаһы). Бында Могилёв өлкәһендәге Щеглицы имениеһынан уның олатаһының һәм оләсәһенең мәйетен күсерәләр[1].

1903 йылда Паскевич Федор Иванович (1823—1903) шулай уҡ сиркәү-кәшәнәлә ерләнә.

Сиркәү- кәшәнә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында зыян күрә, әммә 19681975 йылдарҙа тергеҙелә. 2008—2016 йылдарҙа сиркәүҙә реставрация үткәрелә[2]. Хәҙер был архитектура ҡомартҡыһы — Румянцев-Паскевичтарҙың һарай-парк комплексының өлөшө.

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Часовня тамамланды

Кәшәнә әкиәттәге бәләкәй замокты хәтерләтә. Әммә архитектор, күләме бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡоролманың тулы композицияһына өлгәшкән. Сиркәү планы — 30 м² майҙан менән квадрат, композицияһы биш башлы сатырлы сиркәү рухында төҙөлгән. Көньяҡ фасадында баҫҡыс һәм аркалы портал менән инеү урыны төҙөлгән. Керамик колонналар, скульптура кокошниктары, түңәрәк биҙәктәр, кәрниз билбауҙары, алтын ялатылған көмбәҙҙәре һәм төҫлө керамикалар юғары кимәлдә башҡарылған. Фасадтарға үҫемлек орнаменты менән биҙәлгән майолик плиткалар матурлыҡ бирә. Декорҙы рәссам С.Садиков етәкселегендә урындағы оҫталар эшләгән.

 
Паскевичтар кәшәнәһендә төрбәнең эске күренеше.

Ҡәберҙәр менән кәшәнә ер аҫтында урынлашҡан, инеү урыны павильонда күпмелер арауыҡта урынлашҡан. Төрбәлә ырыуҙың һигеҙ вәкиле ерләнгән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Литвинова Т. Ф. Часовня-усыпальница князей Паскевичей в Гомеле 2017 йыл 28 ғинуар архивланған.
  • Архітэктура Беларусі: Энцыклапедычны даведнік. Мн.: БелЭн, 1993. – 620 с.
  • Гомель. Энециклопедический справочник. — Мн.: БелСэ, 1991. — 527 с.
  • Маслих С.А. Русское изразцовое искусство XV-XIX веков: Альбом. Вступит. ст. Ю.С. Мелентьева. – М.: Изобразительное искусство, 1983. – 336 с.
  • А. А. Тиц. Атлас памятников архитектуры и мемориальных комплексов Белоруссии. Минск, «Вышэйшая школа», 1988.
  • Праваслаўныя храмы Беларусі: энцыклапедычны даведнік / А. М. Кулагін; [рэдакцыйны савет: Г. П. Пашкоў, Л. В. Календа]. — Мінск: Беларуская Энцыклапедыя, 2007. — 653 с. 2000 экз. ISBN 978-985-11-0389-4

Һылтанмалар

үҙгәртергә