Парнас
Парнас[2] (грек. Παρνασσός) — Грецияның үҙәк өлөшөндәге тау массивы, Коринф ҡултығынан төньяҡта. Беотия, Фокиды һәм Фтиотид (Локриды), Урта Греция территорияларынан төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған, Үҙәк Греция, периферияһында. Борон Парнас Аполлондың изге тауы булған, алиһәләр йәшәгән урын., Олимп, Геликон, Китеронға оҡшаш, мифик хикәйәттәр менән бәйле, көньяҡ битләүендә билдәле Дельфий оракул урынлашҡан. Ике меңдән ашыу йыл дауамында мәҙәниәттә шағирҙарҙың. ғөмүмән, сәнғәт эшмәкәрҙәренең символик йәшәү урыны булараҡ телгә алына. Көнбайыш битләүендә, 1360 метр бейеклектә, урындағы нимфаларға һәм Панға арналған Корикьи мәмерйәһе урынлашҡан .
Парнас | |
---|---|
грек Παρνασσός | |
Ил | |
Таулы системаһы | Пинд |
Иң юғары нөктә | 2455 м [1] |
Mount Parnassus Викимилектә |
Урыны
үҙгәртергәКиң мәғәнәлә Парнас тау теҙмәһе булып аңлатыла, Эта яғынан башланып һәм көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлгән, Локриданың һәм Беотия менән Фокиданың сиге булып тора.
Иң бейек нөктәһе — Дельфий Парнас, Лиакур (грек. Λιάκουρα, антик дәүерҙә Ликорея (Λυκώρεια); 2457. м.) түбәләре менән һәм Геронтобрахос (Γεροντόβραχος — иҫке ҡая; 2395) м[3], һөҙөмтәлә уның ике түбәле тип атала. Парнас урман менән ҡаплаған, ә уның түбәһе — ҡар менән. Дельфий ғибәҙәтханаһы эргәһендә тарлауыҡтар һәм текә ярҙар күп; текә ҡая Гиампея итәгендә Аполлонға һәм алиһәләргә арналған Касталия сығанағы урынлашҡан[4] . Шуға күрә лә Парнас алиһәләрҙең йәшәү урыны тип иҫәпләнә. Ьыл урында . Касталида (Κασταλίδες)[5] һәм . Парнасид (Παρνασσίδες) алиһәләре хөрмәт ителгән.
Тарлауыҡ буйлап 5 саҡрым оҙонлоҡта Парнас һәм Кирфи тауы араһынан, Парнастан көньяҡҡа һәм Коринф ҡултығынан төньяҡта урынлашҡан Плистос йылғаһы аға[6][7]. Был тарлауыҡтың ҡырҙары текә килеп төшөп китә. Плистос үҙәне буйынса Давлидаға һәм Стиридаға Схистия юлы үтә.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уның этимологияһының сығышын гректарға тиклем дәүер менән бәйләйҙәр, бәлки лувиецтар теле менән дә бәйле булыуы мөмкин.[8]. Парнастың геология үҙенсәлеге — уның бай боксит ятҡылығы 1930 йылдар аҙағында даими табыш алыуға килтерә. Был тауҙың күп өлөшөнә экологик зыян килтергән[9].
Исеме
үҙгәртергәТауҙың исеме — сығышы буйынса гректарға тиклем — атамаһы боронғо ҡала Каппадокияға (Дегирменйолға яҡын Шерефликочхисар районы) тигеҙләшә, ғәҙәттә, шуға ҡарап ғалимдар тарафынан анатолий субстратына индерелә.. Һүҙ хетт теленән сыҡҡан parna- «йорт», һәм был изге тауҙың исеме «алла йорто» тип аңлатыла[10]. Был фекергә ҡаршылар формаль сәбәптәр буйынса топоним хетто-лувий теленә инмәй, ә палеобалҡан системаһыныҡы, тип ҡарайҙар. Улар тауҙың исемен Аполлон эпитеты Παρνόπιος «саранчовый (отвратитель)» (баш бор. грек. πάρνοψ, πάρνοπος «саранча») менән бәйләйҙәр[11].
Парнас мифологияла
үҙгәртергәПарнас тауы ерҙең тупланышы (ὀμφᾰλός γῆς) һаналған , Дельфы оҡшаш панэллин дәүләтенең дини мөнәсәбәттә үҙәге булып танылған. Риүәйәт буйынса, Олимпия аллалар ғаиләһе башлығы Зевс . (Диас) боҙоҡ кешеләр ырыуын туфан һыуы менән юҡ итергә хәл итә. Девкалион туфан һыуы булараҡ билдәле. Прометей Девкалиондың улы, атаһын тыңлап, үҙе һәм ҡатыны Пирра өсөн карап төҙөй. Өҙлөкһөҙ туғыҙ көн яуған ямғырҙың унынсы көнөндә, карап Парнасҡа килеп терәлгән, Девкалион унда аллалар атаһы һәм Зевс кешеләре хөрмәтенә ҡорбан килтергән. Ошонан һуң Зевс Девкалиондың кеше нәҫелен тергеҙгеү теләгең үтәгән.
Артабанғы мәҙәниәттә
үҙгәртергәКүп быуатлыҡ традициялар тауҙа йәшәүсе алиһәләр берләшмәһен метонимик рәүештә Парнас атамаһы менән исемләү, аҡрынлап сәнғәт эшмәкәрҙәренә һәм шағирҙарға ла таралған. XIX быуатта, француз әҙәбиәтенең шағир-парнасецтар ағымы барлыҡҡа килеү менән, был һүҙҙең ҡулланышы иң юғары нөктәһенә етә. Шағир-парнасецтар милли әҙәби традицияларына ла, шулай уҡ сит ил авторҙарына ла һиҙелерлек йоғонто яһаған, атап әйткәндә, Брюсов Валерийға ла. Һуңыраҡ Парнасты әҙәби фигураларҙың берләшмәһе булараҡ аңлау, һис шикһеҙ, ирония мәғәнәһенә әйләнә, атап әйткәндә, футуристик альманахтар исеме «Рыкающий Парнас» (1914) һәм пародиялар йыйынтығы « Парнас дыбом» (1925).
Тауҙың исеме (Mont Parnasse) Париждың Сена йылғаһының һул ярындағы бер кварталына бирелә. Унда рәссамдар һәм шағирҙар йыйылалар һәм халыҡҡа үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыйҙар. Монпарнас кварталы әлеге ваҡытта ҡалаланың иң билдәле урындарҙың береһе булып тора, һәм уның зыяратында күп кенә мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ерләнгән[9].
Парнас Джонатан Свифтың «Битва книг» әҫәрендә (1697) боронғо һәм хәҙерге заман кешеләре араһында идеология һуғышы урыны булып һүрәтләнә.
Тауҙың исемен Карл Линней күркәм бер үҫемлеккә Parnassia[12] бирә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡаф тауы
- Парнас
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Peakbagger.com
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 275.
- ↑ McInerney, Jeremy. The Folds of Parnassos: Land and Ethnicity in Ancient Phokis. — Austin, Texas: University of Texas Press, 1999. — С. 44. — 407 с. — ISBN 978-0292752306.
- ↑ Геродот. История. VIII, 39
- ↑ Касталиды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Страбон. География. IX, 3, 3
- ↑ Дельфы : Альбом / Текст Казимеж Михаловский ; Фотогр. Анджей Дзевановский. — Варшава: Аркады, 1977. — 24 с. — (Искусство и культура Древнего мира).
- ↑ Якубович И.С. Лувийский язык в пространстве и времени. — Электронное издание. — М: Издательский ДомЯСК, 2019. — 464 p. — ISBN 978-5-907117-38-9.
- ↑ 9,0 9,1 Racot, A., 1967,"Les Parnassiens, introduction and commentaries by M. Pakenham", presented by Louis Forestier, Aux Lettres modernes: collection avant-siècle
- ↑ Гиндин Л. А. Язык древнейшего населения юга Балканского полуострова. — М.: Наука, 1967. — С. 147—148.
- ↑ Откупщиков Ю. В. Παρνα(η)σ(σ)ός // Очерки по этимологии. — СПб.: СПбГУ, 2001. — С. 324—331. — 479 с. — ISBN 5-288-02121-X.
- ↑ Каден Н. Н., Терентьева Н. Н. Этимологический словарь латинских названий растений, встречающихся в окрестностях агробиостанции МГУ «Чашниково» / Под ред. к.фил.н., доц. В. И. Мирошенковой. Моск. гос. ун-т им. М. В. Ломоносова; биол. фак-т. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1975. — С. 114. — 203 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Обнорский Н. П. Парнас // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Страбон. География. IX, 3.