Пансионда (хикәйә)

«Пансионда» — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1886 йылдың 24 майында «Осколки» журналының 21-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 21-се һанында 1886 йылдың 24 майында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.

Пансионда
Атамаһы В пансионе
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 24 май (5 июнь) 1886
Баҫылған Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Пансионда» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 21-се һанында 1886 йылдың 24 майында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ «Новости дня» Мәскәү гәзитендә (1886, № 146, 30 май) ҡултамғаһыҙ сыға.

Хикәйәләге ваҡиға m-me Жевуземдең шәхси пансионында бара. Тәнәфес ваҡытында коридор буйлап пансионда уҡыусы ҡыҙҙар йөрөй, уларҙы класс ханымдары күҙәтә. Класс бүлмәһендә Жевузем ханым үҙе һәм математика уҡытыусыһы Дырявин ултыра. Уҡытыусы, дипломаттарса алыҫтан ғына йөрөтөп, хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы һорарға класта ҡалған. Уҡытыусы хәҙерге заманда матур ҡатындарҙың аҙ ҡалыуына зарлана башлай.

Быны Жевузем инҡар итә: «Был дөрөҫ түгел! Кемде генә һораһаң да, минең юғары кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар араһында матурҙар бик күп тип әйтер. Мәҫәлән, Кочкина, Иванова 2-се, Пальцева… Ә Пальцева - ғөмүмән, картинка! Мин ҡатын кеше булһам да уға һоҡланып ҡарайым».

Пальцеваны саҡырып килтерәләр. Ул килеп ингәс, Жевузем уны дәрестәрҙә иғтибарһыҙлығы һәм һәр саҡ көҙгөлә үҙенең матур бит һыҙаттарын һәм гректарҙыҡы кеүек танауын ҡарап ултырғаны өсөн битәрләй башлай.

Пальцева сығып киткәс, Жевузем Дырявиндан ҡыҙҙың матурлығы нисек икәнен һорай. Тегеһе: «Үлтерһәгеҙ ҙә уны матур тип әйтә алмайым… Бына һеҙ, исмаһам, ошо йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бик матурһығыҙ, ул танау, ул күҙҙәрегеҙ һеҙҙең уныҡына ҡарағанда әллә күпмегә матурыраҡ... Ысынлап әйтәм… Көҙгөләге үҙегеҙгә ҡарағыҙ әле!» Хикәйәнең аҙағында Жевузем уҡытыусының әйткәндәре менән ризалаша, һәм Дырявин хеҙмәт хаҡына өҫтәмә ала.

  • Чехов А. П. В пансионе // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Françoise Darnal-Lesné, Dictionnaire Tchekhov, Édition L’Harmattan, 2010, page 226. ISBN 978 2 296 11343 5.
  • À la pension, traduit par Édouard Parayre, Les Éditeurs Français Réunis, 1958.

Һылтанмалар

үҙгәртергә