Ф. Э. Дзержинский һәйкәле (Таганрог)

1987

Һәйкәл
Ф.Э. Дзержинский һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Скульптор Щербаков Александр Дмитриевич
Төҙөлгән ваҡыты 1987 йыл

Ф. Э. Дзержинский һәйкәле  — Таганрог ҡалаһында 1987 йылда, Дзержинский урамы осонда, вокзал эргәһендәге майҙанға сығыу урынында ҡуйылған Феликс Эдмундович Дзержинский һәйкәле.

Скульпторы — Щербаков Александр Дмитриевич, архитекторы — Бондаренко Пётр Васильевич.

Таганрогта, атаһы Дзержинский Эдмунд Иосифович Таганрог классик ирҙәр гимназияһында бер нисә йыл математиканы уҡытһа ла, Феликс Дзержинский булмаған. Шулай ҙа, Таганрог һәм Ф. Э. Дзержинскийҙы билдәле бер мөнәсәбәттәр бәйләй: ул 1922 йылда Таганрог металлургия заводын ябылыуҙан ҡотҡарып ҡала[1]. Таганрог металлургия заводы буйһонған «Югосталь» тресы, 1922 йылда заводты тергеҙеү мөмкин түгел һәм ул артабан эшләү өсөн яраҡһыҙ тип ҡарар итә[1]. Ҡорамалдарҙы һүтә башлайҙар, һәм тик СССР Бөтә Союз Халыҡ хужалығы рәйесе Дзержинскийҙың ҡыҫылыуы ғына заводты юҡ итеүҙән ҡотҡарып ҡала[1].

Һәйкәлде тантаналы асыу 1987 йылдың 5 ноябрендә була[2].


Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 75. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
  2. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 154. — ISBN 978-5-902450-13-9.