Палиндром
Палиндро́м (бор. грек. πάλιν — «артҡа, ҡабат» һәм бор. грек. δρóμος — «йүгереү, хәрәкәт»), әүерелмә (рус. перевертень[1] — ике яҡҡа ла бер төрлө уҡылған һан, хәрефтәр теҙмәһе, һүҙ йәки текст. Мәҫәлән, 101 һаны; рус телендә топот, комок, башҡортса ҡалаҡ, Өфө, ҡылыҡ; ә фин. saippuakivikauppias (һабын һатыусы; көл һелтеһе һатыусы) — донъялағы иң оҙон палиндром һүҙ; текслы миҫалдар: «а роза упала на лапу Азора», «аҡ ҡарағат йый тағараҡҡа».
Икенсе атамаһы — палиндро́мон (бор. грек. πᾰλίν-δρομος — кире хәрәкәт итеүсе, әйләнеп ҡайтыусы).
Ҡайһы берҙә урта өлөшөнә ҡарата симметриялы символдар йыйылмаһын палиндром тип атайҙар.
Тарихы
үҙгәртергәПалиндромлы һүҙбәйләнештәр һәм фразалар араһында борондан билдәле булғандары бар (иң боронғоһо — беҙҙең эраның I быуатына ҡараған Геркуланумдағы SATOR AREPO TENET OPERA ROTAS), йыш ҡына уларға тылсымлы-сакраль мәғәнә бирелгән. Палиндром өлкәһендә авторлыҡ ижады Урта быуаттарҙа башланған, тип фараз ителә. Рус әҙәбиәтендә Г. Р. Державиндың «Я и́ду съ ме́чемъ судия», А. А. Феттың «А роза упала на лапу Азора» тигән палиндромдары билдәле. Күп юллы (һәм ярайһы уҡ оҙон) шиғри палиндромды Велимир Хлебников «Разин» тигән поэмаһында ҡулланған. Рус әҙәбиәтендә палиндром 1970—1990-сы йылдарҙа шағир Николай Ладыгин, Владимир Гершуни, Елена Кацюба һәм Дмитрий Авалиани ижадында сәскә ата. 1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә палиндромияға ҡағылышлы ентекле әҙәби һәм лингвистик тикшеренеүҙәр башлана (Александр Бубнов һәм Герман Лукомников шөғөлләнә).
Төрҙәре
үҙгәртергәПалиндром теоретиктары һәм практиктары палиндромға сиктәш булған төрлө формалар таба: мәҫәлән, әүерелмә — һулдан уңға бер төрлө, уңдан һулға икенсе төрлө уҡыла: «Мир удобен» (Сергей Федин). Палиндромик текстар араһында ижекле, һүҙле, фразалы, ике телле палиндромдар (текст бер яҡҡа — бер телдә, икенсе яҡҡа икенсе телдә уҡыла) бар һ.б.
«Күбәйтелгән» терминдың эсендә ултырған палиндромдар була, мәҫәлән, рус телендә кабанкабан, кольцокольцо, викивики. Бындай күренештәр ДНК-ла ла осрай. Нуклеин кислоталары структураһында сағыштырмаса ҡыҫҡа үҙ-ара комплементар участкалар осрай, уларҙа нуклеотидтарҙың «көҙгөләге кеүек» эҙмә-эҙлелеге дуплекстар хасил итә. Бындай «әүерелмәләр» һаны кеше геномында 100 меңдән алып 1 миллионға тиклем етә. Палиндромдар мәғлүмәт күләмен нуклеотидтар һанын арттырмайынса күбәйтә ала.
Палиндромға миҫалдар
үҙгәртергә- А роза упала на лапу Азора (Афанасий Фет);
- Аргентина манит негра (авторы бәхәсле);
- Я иду с мечем судия (Гавриил Державин);
- Я — арка края (Валерий Брюсов[2]);
- О, лета тело! (Валерий Брюсов[2]).
Шиғыр палиндромдың ҡатмарлы төрө булып тора:
Модернист шағир Велимир Хлебниковтың "Перевертень" тигән шиғыры:
Кони, топот, инок,
Но не речь, а черен он.
Идем, молод, долом меди.
Чин зван мечем навзничь.
Голод, чем меч долог?
Пал, а норов худ и дух ворона лап.
А что? Я лав? Воля отча!
Яд, яд, дядя!
Иди, иди!
Мороз в узел, лезу взором.
Солов зов, воз волос.
Колесо. Жалко поклаж. Оселок.
Сани, плот и воз, зов и толп и нас.
Горд дох, ход дрог.
И лежу. - Ужели?
Зол, гол лог лоз.
И к вам и трем с смерти мавки.
- — «Madam, I’m Adam» («Мадам, мин Әҙәм», — тип танышҡан беренсе кеше беренсе ҡатын менән)
— «Eve» («Һауа», — тип палиндромлап яуап биргән уға ҡатын). - Палиндромлы йылда (2002) Петер Норвиг (ингл. Peter Norvig) компьютерҙа инглиз телендәге иң оҙон палиндромды төҙөү буйынса биш йыллыҡ эшен тамамлай, палиндром 17 259 һүҙҙән тора. Дөйөм алғанда әллә ни мәғәнәле булмаған был фраза A man, a plan, a cameo, Zena… тип башлана һәм …Ibanez, OEM, a canal, Panama тип тамамлана. Быға оҡшаш рекордтар Джеральд Бернс (ингл. Gerald M. Berns, 31 358 һүҙҙән торған мәғәнәһеҙ исемлек) һәм Лоуренс Левин (ингл. Lawrence Levine, Olson in Oslo тигән 31 594 һүҙле роман, сәйер грамматик структураларҙан һәм архаик тел ҡулланып яҙыла, шуға уҡыу өсөн ауыр) тарафынан ҡуйыла.
- Sum summus mus (Мин — иң көслө сысҡан)
- Saippuakivikauppias (Көл һелтеһе һатыусы; донъялағы иң оҙон палиндром һүҙ)
- Νίψον ανομήματα μη μόναν όψιν (инг.)баш. (Гонаһтарыңдыу йыу, битеңде генә түгел)
Ала бутka аша Аkтубала;
Akca кәрәк acka;
Ҡабаҡ ала ҡараҡ;
Аламараҡ ҡopoҡ ҡарамала;
Теге сос егет йөрөй елле атта;
Әсә кәрәк кеүек кәрәк ата;
Ҡыҙыҡ йәлләй-йәлләй сәс ала;
Ошо ығы-зығы Өфө арыттыра
(өлгөләр Вячеслав Черневтың «ВКонтакте» социаль селтәрендәге «Люблю башкирский» сайтынан алынды [1]).
Математикала
үҙгәртергәИнформатикала
үҙгәртергәПалиндромдар олимпиада мәсьәләләрендә ҡулланыла. Палиндромдар табыуға ҡоролған мәсьәләләрҙе әңгәмәләшеү ваҡытында ла бирергә яраталар. Уларҙы табыу өсөн палиндромлы иң оҙон юлды эҙләү алгоритмы файҙалы.
Биологияла
үҙгәртергәНуклеин кислоталар структураһында сағыштырмаса ҡыҫҡа үҙ-ара комплементар участкалар була, уларҙа «көҙгөләгесә» үҙмә-үҙлекле нуклеотидтар дуплекстар хасил итә. Кеше геномында бындай «әүерелмәләрҙең» дөйөм һаны 100 меңдән 1 миллионға тиклем тип баһалана. Улар ДНК буйлап тигеҙ урынлашмаған була.
Нуклеин кислоталарының ҡайһы бер төрҙәрен хасил иткәндә палиндромлы эҙмә-эҙлелектәр ҙур әһәмиәткә эйә, мәҫәлән, транспорт РНК-ларында шулай (һүрәттә).
Музыкала
үҙгәртергәПьеса ҡәҙимгесә уйнала ла, тамамланғас, ноталар әйләндереп ҡуйыла һәм әҫәр ҡабат башҡарыла, ә музыка үҙгәрмәй. Итерациялар иҫәпһеҙ күп булырға мҡмкин, ҡайҙа аҫты, ҡайҙы өҫтө икәне лә билдәһеҙ. Был әҫәрҙәрҙе икәү уйнарға һәм ноталарҙы төрлө яҡтан уҡырға була.Музыкаль палиндромдарға миҫал итеп Моцарттың «Икәү өсөн табын мелодияһы»н һәм Мошелестың «Донъя Юлы»н, шулай уҡ Пауль Хиндемиттың «Ludus tonalis» фортепиано циклынан прелюдия менән постлюдияны килтерергә мөмкин.
Луиджи Даллапикколаның «Хушлашыу» тигән әҫәрендә палиндромдың ҡатмарлыраҡ төрө ҡулланылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Амбиграмма
- Анаграмма
- Ананим
- Тылсымлы квадрат
- Симметрия
- Орнамент
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Антология русского палиндрома XX века. / Сост. В. Н. Рыбинский. — Москва, 2000.
- Антология русского палиндрома, комбинаторной и рукописной поэзии. / Сост. Г. Г. Лукомников и С. Н. Федин. Консультант Д.Е. Авалиани. — М.: Гелиос АРВ, 2002. — 272 с., ил. — 2002 экз.
- Бонч-Осмоловская Т. Б. Введение в литературу формальных ограничений. Литература формы и игры от античности до наших дней. Самара: Бахрах-М, 2009. Гл. 1.1—1.4.
- Брюсов В. Я. Опыты по метрике и ритмике, по евфонии и созвучиям, по строфике и формам. — М.: Геликон, 1918. — 200 с.
- Бубнов А. В. Лингвопоэтические и лексикографические аспекты палиндромии: Диссертация доктора филологических наук. — Орел, 2002. Автореферат в формате pdf
- Кацюба Е. А. Первый палиндромический словарь. — Москва, 1999.
- Кацюба Е. А. Новый палиндромический словарь. — Москва, 2002.
- Сайт ПАЛИНДРОНАВТИКА http://slovart.narod.ru
- Журнал ПОэтов № 9 (21) 2009 г. «ПАЛИНДРОНАВТИКА».
- Антон Аверин — палиндромическая поэма «Был голос — соло глыб».
- Воскресенский Д. Н. Китайский палиндром и его жизнь в литературе // Народы Азии и Африки. 1971, № 1.