Паласио Бароло (исп. Palacio Barolo), йәки Бароло Пассаж, йәки Бароло Галереяһы — Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айреста Монсеррат районындағы Авенида де Майо проспектында урынлашҡан офис бинаһы. 1923 йылда төҙөлгән мәлдә был бина ҡалала һәм бөтә Көньяҡ Америкала иң бейек бина булып иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта Милли тарихи ҡомартҡы булып тора[3].

Паласио Бароло
исп. Palacio Barolo
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Аргентина
Административ-территориаль берәмек Буэнос-Айрес
Урынлашҡан урамы Авенида-де-Майо[d]
Архитектор Марио Паланти[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Рәсми асылыу датаһы 1923
Ҡат һаны 22
Мираҫ статусы Cultural Heritage of Buenos Aires[d][1] һәм National historical monument of Argentina[d][1][2]
Бейеклеге/буйы 100 метр
Адрес Av. de De Mayo 1370
Почта индексы C1270ABD
Рәсми сайт palaciobarolo.com.ar
Карта
 Паласио Бароло Викимилектә

Авенида де Майоға күренеш менән һарайҙың төп залы

Барлыҡҡа килеү тарихы һәм хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Итальян архитекторы Марио Паланти был һарайҙы эшҡыуар Луис Бароло үтенесе буйынса төҙөй. Паланти шулай уҡ бинаның ишек тотҡалары, яҡтыртҡыстары, лифтарҙың рәшәткәләре кеүек уникаль дизайн элементтары авторы булып тора. Бина 1923 йылдың 7 июлендә тамашасылар өсөн асыла[4]. 1935 йылға тиклем ул, Эдиисио Каванах бинаһы төҙөлгәнгә тиклем, ҡалала иң юғары бина булып ҡала. Паласио Баролоның игеҙәге бар — ул Монтевидеола (Уругвай) Марио Паланти төҙөгән Сальво Паласио.

Бинаның беренсе хужаһы тәүге өс ҡатты үҙе өсөн файҙаланырға планлаштыра, ә ҡалғандарын ҡуртымға тапшырырға ниәтләй. Бөгөн был офис бинаһы (унда (520 ойошма урынлашҡан). Бина ҡеүәте 300 000 тәшкил иткән канделаки (шәм) менән яҡтыртыла. Бинаның өҫкө өлөшөндә маяк урынлашҡан, ул айырым осраҡта ғына эшләй. Төҙөлөш 4 500 000 аргентина песо хаҡына төшкән. Төҙөлөш ваҡытында 650 тонна ҡорос, 3500 тонна кирбес һәм 70 000 мискә портланд цементы ҡулланыла. Бөтә декортаив материалдар, шул иҫәптән каррар мәрмәре, ситтән индерелә[5].

22 ҡатлы бина бейеклеге 100 м тәшкил итә. Паланти бинаның проектын Данте Алигьериҙың «Илаһи комедияһына» таянып төҙөй. Бинаның ҡаттарын өс секцияға бүлә: подвалы тмауҡты кәүҙәләндерә, 1-сенән алып 14-сегә тиклем ҡаттары араф булып, ә 15-тән алып 22-гә тиклем ҡаттар ожмахты кәүҙәләндерә. Манараның түбәһендәге үҙенең структураһы буйынса «Фәрештәнең туғыҙ дәрәжәһен» кәүҙәләндерә. Пландарҙың береһенә ярашлы, Паласио Бароло бөйөк шағир Дантеның мавзолейы булырға тейеш була, уның кәүҙәһен архитектор Буэнос-Айресҡа күсерергә планлаштыра.

Шул ваҡытта бетон ҡойоу ярҙамында тормошҡа ашырылған эклектик стилдәге бина архитектураһы ғәйәт ҙур яңылыҡ була, уны күптәр готиканың һәм хатта Һиндостан ислам сәнғәтенең реминисценциялары менән «романтик» тип атайҙар. Паласио архитектура стилен хаталы арт-нуво йәки арт-деко стиле йүнәлештәренең береһе кеүек билдәләйҙәр. Сөнки, асылда, Паласио Бароло Паланти булдырған айырым стиль миҫалын күрһәтә.

 
Паласио Бароло

Бина 9 лифт менән йыһазландырылған, унда түбәһе биҙәлгән 20 метрлыҡ зал бар. Башняның өҫкө өлөшөндә маяк урынлашҡан, уны хатта Уругвайҙан күрергә мөмкин. 2009 йылда бина яңынан тергеҙелә. 1997 йылда Паласио Бароло милли тарихи ҡомартҡы тип иғлан ителә[3]. Әлеге ваҡытта бинала бер нисә туристик агентлыҡта эшләй, сит ил кешеләре өсөн испан теле мәктәбе, танго костюмдары менән һатыу итеүсе магазин, шулай уҡ бухгалтерҙар, юристар өсөн офистар һәм подвалда махсус офис урынлашҡан.

 
Паласио Баролоға күренеш, Инмобилиария һәм Конгресс бинаһы (яҡынса 1925).

Бина түбәһендәге маяҡ эше 2009 йылдың 25 сентябрендә яңыртыла. Ул Буэнос-Айрестың 200 йыллығы ысиктәрендә яҡтырта. 2010 йылдың 25 майынан алып уны һәр айҙың 25 көнө ярты сәғәт буйына Буэнос-Айрес ҡалаһының күген яҡтыртып тора[6].

Сәнғәттә сағылышы

үҙгәртергә

2012 йылда режиссёр Себастьян Шиндаль «Латин Америкаһының иң бейек йорто» тип аталған документаль фильм төшөрә (исп. El Rascacielos Latino), уның сюжетына бинаның тарихын тикшереү һәм уны проектлауҙағы көлкө хәлдәр һалына. Оҙонлоғо яҡынса сәғәткә һуҙылған фильм, 1012 йылдың апрелендә уҙғарылған BAFICI 2012 фестивале рамкаһы сиктәрендәге документаль фильмдар кинофестивалендә еңеүсе итеп һайлана. Шул уҡ йылдың ноябрь айында фильм Сан-Мартин Мәҙәни үҙәгендә киң тамашасыға күрһәтелә[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://www.cronista.com/clase/break/los-100-anos-del-palacio-barolo-su-increible-historia-y-como-visitarlo/
  2. https://elojodelarte.com/patrimonio/el-palacio-barolo
  3. 3,0 3,1 Decreto 437/97
  4. Contreras Leonel (2005): Libro Rascacielos porteños: historia de la edificación en altura en Buenos Aires, 1580—2005 2011 йыл 8 сентябрь архивланған..
  5. Molinari Ricardo Luis (1980): Buenos Aires, 4 Siglos. Tipográfica Editora Argentina, Buenos Aires. 416 p.
  6. Página/12 :: Sociedad :: El Barolo volvió con su farola. Дата обращения: 13 июнь 2013.
  7. "El rascacielos latino" gana en el 4 MenDoc(недоступная ссылка) escribiendocine.com, 12/11/2012