Павел Йозеф Шафарик университеты

Кошицела Павел Йозеф Шафарик университеты (словак. Univerzita Pavla Jozefa Šafárika v Košiciach) —Словакия Республикаһының Кошице ҡалаһындағы университет тибындағы юғары уҡыу йорто. Күренекле славист Павел Йозеф Шафарик хөрмәтенә аталған.

Кошицела Павел Йозеф Шафарик университеты
(UPJŠ)
UPJŠ.JPG
Исеме

Univerzita Pavla Jozefa Šafárika v Košiciach

Халыҡ-ара исеме

Universitas Šafarikiana

Элекке исеме

Павел Йозеф Шафарик университеты

Асылған йылы

1959

Тип

университет

Студенттар

8 712[1]

Уҡытыусылар

760[1]

Урынлашыуы

Кошице, Словакия Словакия

Юридик адресы

Šrobárova 2, 041 80 Košice

Сайт

Рәсми сайты

Тарихы үҙгәртергә

1959 йылда Братиславалағы Коменский университетының Медицина факультеты менән Фәлсәфә факультетын (Прешовта Юғары педагогия мәктәбенең Фәлсәфә факультеты булараҡ ойошторолған) ҡушылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Иезуиттарҙың Кошице университетының вариҫы итеп иҫәпләнә.

1963 йылда Кошицелағы Павел Йозеф Шафарик университеты составында Тәбиғәт ғилеме факультеты булдырылған.

1964 йылда Прешовта урынлашҡан Педагогия факльтеты Кошицелағы Павел Йозеф Шафарик университеты составына индерелгән.

1973 йылда Кошицелағы Павел Йозеф Шафарик университеты составында Юридик факультеты ойошторолған.

1990 йылда Кошицелағы Павел Йозеф Шафарик университеты составына Православие динен өйрәнеү һәм Грек-католик динен өйрәнеү факультеттары индерелгән.

1996 йылдың 10 декабрендәге 361/1996 һанлы закон нигеҙендә Кошицелағы Павел Йозеф Шафарик университетынан Прешовта айырым Прешов университеты ойошторолған.

Кошицела Павел Йозеф Шафарик университеты Словакияла икенсе (Братиславалағы Коменский университетынан һуң) ҙур юғары уҡыу йорто.

Факультеттар үҙгәртергә

  • Медицина факультеты
  • Тәбиғәт ғилеме факультеты
  • Юридик факультет
  • Асыҡ мдара итеү факультеты
  • Фәлсәфә факультеты

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә