Официант йорто
Официант йорто — Петергофтағы тарихи бина. 1851—1861 йылдарҙа төҙөлгән төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[2] . Әлеге ваҡытта бинала Санкт-Петербургтың Петродворцовый районы урынлашҡан. Адресы: Калинин урамы, 7.
Официант йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Петергоф[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Петергоф (часть 4)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Калининская улица, 7 |
Официант йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЙорт архитектор Н. Л. Бенуа тарафынан һарайҙа ҡабул итеүҙәрҙе әҙерләү менән бәйле хеҙмәттәрҙе урынлаштырыу өсөн төҙөлә. Октябрь революцияһынан һуң бинала ҡунаҡханаһы урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы барышында алған етди емерелеүҙәрҙән һуң, Советтар йорто булараҡ тергеҙелә, унда халыҡ депутаттарының Петродворцовый район советы, КПСС-тың Петродворцовый район комитеты, ВЛКСМ-дың Петродворцовый район комитеты урынлаша. Хәҙер унда — районы хакимиәте[3].
Архитектураһы
үҙгәртергәБина план буйынса П формаһы рәүешендә. Ул бейек цоколь ҡаты (келәт, һалдат кухняһы һәм кухня хеҙмәткәрҙәрен урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнә) өҫтөндә урынлашҡан. Беренсе ҡатында «Ҙур сығымдар кухняһы», икенсеһендә — ливреялы хеҙмәтселәр, официанттар һәм запас түшәк ҡаралтыһын һаҡлау өсөн ятаҡ була. Өҫкө ҡаттың эске планлаштырыуы буйынса киң коридорҙың ике яғында урынлашҡан бүлмәләр төп урынды биләй. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарынан сығып, түшмәдәр янмай торған материалдан эшләнә, бинанан бер нисә сығыу юлы булдырыла[3].
Цокольный ҡатының тәҙрәләре елпеүес һымаҡ таштар менән биҙәлгән. Беренсе ҡаттағы тәҙрәләр бер төрлө, бейек, баш яғы көмбәҙләнеп тамамлана, бай ҡапҡастар, шулай уҡ елпеүес һымаҡ таштар менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттың тәҙрә ҡапҡастары ябай дүрткел формалы. Санкт-Петербург проспектына ҡараған Көньяҡ фасад киң лопатка менән бүленгән. Бина мөйөштәре юнылған таш менән көпләнгән. Фасадты кәрниздәр төрләндереп тора. Улар бинаның мөйөшөнән үҙәк өлөшөнә табан киртләсләнеп, фронтон менән тамамлана. Үрге паркка ҡараған Көнбайыш фасад шулай уҡ төҙөлгән, таҡта руст һәм фронтон менән айырылып тора[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Закон Санкт-Петербурга № 174-27 от 05.07.1999
- ↑ Закон Санкт-Петербурга № 174-27 от 05.07.1999 «Об объявлении охраняемыми памятниками истории и культуры местного значения»
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Өҙөмтә хатаһы:<ref>
тег дөрөҫ түгел: «citywalls» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официантский дом - Гостиница "Интернационал" - Дом Советов - Администрация Петродворцового района . citywalls.ru. Дата обращения: 28 июнь 2018.