Ослобаш тәлмәрйендәр

Ослобаш тәлмәрйендәр, төнгө тәлмәрйендәр, ер баҡалары (лат. Pelobatidae, (рус.  Обыкновенная чесночница ) — Европала һәм Азияла йәшәй, көндөҙ ергә күмелеп ята, төнөн ауға сыға, бөжәктәр һәм ҡусҡарҙар менән туҡлана торған осло башлы тәлмәрйендәр[1]; ҡойроҡһоҙҙар отрядынан ер-һыу хайуандары.

Ослобаш тәлмәрйендәр
Ослобаш тәлмәрйен
Ослобаш тәлмәрйен
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pelobatidae Bonaparte, 1850


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  173424
NCBI  8432
EOL  7507
Сүмесбаштарҙың үҫеше

Япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙа, йылға туғайҙарында, көтөүлетәрҙә, ҡырҙарҙа һәм йәшелсә баҡсаларында йәшәй, йомшаҡ тупраҡты өҫтөн күрә. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 7 см-ға ҡәҙәр етә. Өҫтө ҡара һәм ҡыҙыл нөктәле, ҡоңғорт, аҫҡы яғы ҡара таплы һарғылт төҫтә. Тиреһе шыма. Күҙҙәре араһында ҡабарынҡы маңлайы урынлашҡан. Күҙ бәбәге вертикаль. Ата тәлмәрйендәрҙең елкәһендә овал биҙ сығып тора; үрсеү осоронда табан һәм елкәләрендә ваҡ төйөрҙәр барлыҡҡа килә. Тире биҙҙәре һарымһаҡ эҫе килә торған шайыҡса бүлеп сығара. Ер аҫтында йәшәй. Арт аяҡтарындағы мөгөҙләнгән эре үксә ҡалҡыулыҡтары булыу ер тәлмәрйендәренә үҙ өҫтөнә тупраҡны атып, арты менән тиҙ генә ергә күмелергә мөмкинлек бирә. Ер тәлмәрйендәре кимереүселәр, һуҡыр сысҡандарҙың тирән өндәрендә сентябрьҙән апрельгә ҡәҙәр ҡышлай. Ыуылдырыҡты апрель-майҙа сәсә. Инә тәлмәйен 10−100 см тирәнлектә һыу аҫты үҫемлектәренә тигеҙһеҙ рәттәр менән 2,5 меңгә ҡәҙәр ыуылдырыҡ бөртөгөн беркетелгән ептәр рәүешендә һала. Бер аҙнанан сүмешбаштар күренә башлай. Йәшәйешенең 3-сө йылында енси яҡтан өлгөрә. Тәбиғәттә 4 йылдан артыҡ йәшәй. Үрмәксе, ҡырмыҫҡалар, ямғыр селәүсендәре, ҡарышлауыҡтар менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)