Осипова Кристина Константиновна

Осипова Кристина Константиновна (20 март 2000 йыл) — Рәсәй спортсыһы (шашка). Башҡортостан йыйылма командаһы составында 2014 йылғы Рәсәй чемпионы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса етеҙ программала 2013 йылғы Кубок хужаһы, 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Донъя беренселегенең бронза призеры (2013, Орша)[1]

2013 йылдан Рәсәй өлкәндәр йыйылма командаһына инә, юниорҙар командаһында — 2009 йылдан.

БиографияһыҮҙгәртергә

Кристина Константиновна Осипова 2000 йылдың 20 мартында Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында тыуған. 2010 йылға тиклем шунда йәшәй, шунан Өфөгә күсә, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районындағы 158-се Башҡорт гимназияһында Марсель Шәрәфетдинов менән бергә уҡый[2]. 2012 йылда Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының йыйылма командаһы составында рус шашкаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегенә «Чудо-шашки» ярышында беренсе урынды ала.[3]

А. Чижов исемендәге Шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе[4][5] булған сағында 10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй һәм Европа беренселектәрендә бронза призер була[6]. Хәҙерге тренеры — Александр Павлович Мельников[2].

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә