Осетин теле
(Осет теле битенән йүнәлтелде)
Осетин теле (осет. ирон æвзаг) — Һиндевропа тел ғаиләһендәге Иран төркөмөнә ингән тел. Ул Рәсәйҙәге Төньяҡ Осетия — Алания рәсми теле булып һанала. Шулай уҡ ул Көньяҡ Осетияның рәсми теле.
Осетин теле | |
Телдең үҙатамаһы |
Ирон ӕвзаг һәм Iron ævzag |
---|---|
Классификация | |
Категория | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
ост 524 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Имлә
үҙгәртергәХәҙерге осетин телендә кирил әлифбаһы ҡулланыла. Унда 43 хәреф бар.
А а | Ӕ ӕ | Б б | В в | Г г | Гъ гъ |
Д д | Дж дж | Дз дз | Е е | Ё ё | Ж ж |
З з | И и | Й й | К к | Къ къ | Л л |
М м | Н н | О о | П п | Пъ пъ | Р р |
С с | Т т | Тъ тъ | У у | Ф ф | Х х |
Хъ хъ | Ц ц | Цъ цъ | Ч ч | Чъ чъ | Ш ш |
Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | Ь ь | Э э | Ю ю |
Я я |
Әйтелеү ҡағиҙәләре
үҙгәртергәҺуҙынҡы өндәре әйтелеше
үҙгәртергәОсетин телендә 5 көслө һуҙынҡы өндәре (а, е и, о, у) һәм 2 көсһөҙ һуҙынҡы өндәре (æ, ы) ла бар.
Көслө һуҙынҡы өндәр
үҙгәртергә- А хәрефе әйтелеше урыҫ баҫымлы а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [a] тип яҙыла. Мәҫәлән, гал [gal] — башҡ. үгеҙ, бал [bal] — башҡ. сейә
- Е хәрефе әйтелеше башҡортса һәм урыҫса э-гә, болгарса, сербсә һәм македонса е-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [e] тип яҙыла. Е хәрефе йотациялы түгел. Мәҫәлән, Терк — башҡ. Терек (йылға)
- И хәрефе урыҫса баҫымлы и-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [i] тип яҙыла. Мәҫәлән, Ир — башҡ. осетин, и — башҡ. бар
- О хәрефе урыҫ баҫымлы о-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [o] тип яҙыла. Мәҫәлән, бон — башҡ. көн
- у хәрефе урыҫ баҫымлы у-нә яҡын. ХАФӘ-лә был өнө [u] тип яҙыла. Мәҫәлән бур — башҡ. һары (төҫ)
Көсһөҙ һуҙынҡы өндәр
үҙгәртергә- Æ хәрефе әйтелеше өлөшләтә урыҫ баҫымһыҙ а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɐ] тип яҙыла. А һәм Æ хәрефтәре әйтелеше айырыла (мәҫәлән, дар [dar] — башҡ. тот!, дæр [dɐr] — башҡ. дә)
- Ы хәрефе әйтелеше урыҫ ы-һынан айырыла, башҡортса ы-ға өлөшләтә генә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɨ] тип яҙыла. Был хәреф урыҫ ноябрь һүҙендәге б һәм рь араһындағы өнгә йәки монстр һүҙенә т һәм р араһындағы өнгә яҡын. Мәҫәлән, ныр [nɨr] — башҡ. хәҙер, быру — башҡ. ҡойма[1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә
Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.