Урта мәсет

Баҡсаһарай ҡалаһындағы мәсет
(Орта-Джами битенән йүнәлтелде)

Урта мәсет (ҡырымтат. Orta Cami — «урта мәсет») — Ҡырым Республикаһы Баҡсаһарай ҡалаһының тарихи өлөшөндә, хан һарайынан алыҫ түгел урынлашҡан мәсет.

Урта мәсет
Нигеҙләү датаһы 1674
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Административ-территориаль берәмек Баҡсаһарай
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән эзбизташ
Сығанаҡҡа URL-һылтанма imuslim.net/?item=31#.WW…
Карта
 Урта мәсет Викимилектә

Урта мәсет тәүге тапҡыр 1674 йылда (Хижрә буйынса 1085 йылда) телгә алына[1]. Ҡырым ханлығының төп йома мәсете иҫәпләнгән. Ҡырым хандары, Хажи Сәлим Гәрәйҙең улдары бер туған Меңле II һәм Сәләмәт II 1737 һәм 1743 йылдар араһында мәсетте тулыһынса төҙөп бөтә һәм тейешле кимәлдә биҙәп, йыһазландыра.

1881 йылда мәсет мәхәллә тарафынан яңынан төҙөлә. 1929 йылда мәсет ябыла һәм мәҙәниәт йорто һәм кинотеатр булараҡ файҙаланыла башлай[2]. Шул уҡ йылда ул Ҡырым сәнғәт, халыҡ көнкүреше һәм боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау комитеты (Крымохрис) иҫәбендә торған ғибәҙәт йорто исемлегенә индерелә[3].

Баҡсаһарай ҡалаһы 23-сө саҡырылыш советының 2001 йылдың 16 июлендәге 20-се сессияһы ҡарары менән мәсет бинаһы «Мостафа-Мәсет» мосолмандар дини ойошмаһына ҡайтарып бирелә. 2012—2013 йылдарҙа Баҡсаһарайҙан Умәровтар ғаиләһе башланғысы буйынса бинаны тарихи реконструкциялау үткәрелә, һуңынан был хаҡта яңыртылған мәсет стенаһында яҙма эшләнә. 2013 йылда реконструкция тамамланғандан һуң, 90 тиерлек йыл ваҡыт үткәндән иман йортонда яңынан йома намаҙы уҡыла, ә мәсет Ҡырым мосолмандары Диниә назаратына (ДУМК) бушлай тапшырыла һәм диндарҙар өсөн даими нигеҙҙә асыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Судебный реестр столицы Крымского ханства (Архив)
  2. Заключение Стола религиозных культов КрымЦИКа от 11.01.1929 г.
  3. Список культовых зданий Крымохриса, для Церковного Стола при ПАУ 21.10.1929 г.