Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейы — тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында урынлашҡан.
Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 18 июнь 1939 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Рудницкий, Иосиф Леонтьевич[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Орск |
Урын | Орск |
Рәсми сайт | orskmuseum.ru |
Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә1934—1935 йылдарҙа музей булдырыуға тәүге ынтылыш Г. С. Кобелев етәкселегендә яһала. Урындағы минералдар коллекцияһы йыйыла, ләкин уны музейҙың үҙ бинаһы булмағанлыҡтан экспонаттар итеп ҡуя алмайҙар.
Икенсе тапҡыр 1937 йылда ул ваҡытта Наркомтяжпромдың геология бүлегендә хеҙмәт иткән билдәле геологы Иосиф Леонтьевич Рудницкий музей булдырырға тырыша.1937 йылдың йәйендә Мәскәүҙә үтәсәк XVII Халыҡ-ара геология конгресы был идеяның нигеҙе булып тора, сөнки конгреста ҡатнашыусылар Уралға экскурсияға килергә һәм экскурсияның иң һуңғы нөктәһе итеп Орскиға килергә тейеш булалар. 1937 йылдың 13 февралендә И. Л. Рудницкий Орск ҡала советы ултырышында геология музейы төҙөү тураһында тәҡдим менән сығыш яһай. Тәҡдим хуплана һәм музей мөдире итеп Иван Петрович Тумашев тәғәйенләнә. Бина булмау сәбәпле музей асылмай ҡала.
1938 йылдың сентәбрендә музейҙы ваҡытлыса Иҫке ҡаланың № 16 мәктәбенең бер бүлмәһендә урынлаштыралар.
Һуңынан музейҙы Форштадтағы Ульянов-Урицкий урамдары мөйөшөндәге йортҡа (№ 40/20) күсерәләр. Был ХХ быуат башында торлаҡ йорт сифатында төҙөлгән бер ҡатлы бина була.
Музей 1939 йылдың 18 июнендә асыла. Был саҡта музейҙың коллекцияһы 2800 самаһы булып, улар араһында руда һәм мәғдән файҙалы ҡаҙылмалары, ҡиммәтле аҫыл таштар һәм биҙәү таштары булған.
Бөйөк ватан һуғышы йылдарында музей ваҡытлыса ябыла һәм уның экспонаттары бер мәктәптең подвалында йәшниктәрҙә һаҡлана. 1947 йылда музей үҙ экспонаттарын яңыртыу буйынса эштәр башлай, ә 1950 йылда К. Маркс урамындағы элекке кинотеатр бинаһында тәүге килеүселәрҙе ҡабул итә.
Хәҙерге бинаға (Ленин проспекты, 46-сы йорт) музей 1958 йылда күсә.
Хәҙерге заман
үҙгәртергәМузей 2011 йылдың 18 мартында реконструкциянан һуң асыла. Ҡорамалдары алмаштырыла, экспозициялар яңынан ҡорола.
Төрлө даталарға арналған тематик күргәҙмәләр ойошторола..
Ҡалалағы күргәҙмәләр үҙәгендә — музей филиалында, картиналар күргәҙмәләре ойошторола.
Музей хеҙмәткәрҙәре ҡала тарихы буйынса ғилми эштәр алып бара, архив сығанаҡтарын эшкәртә, археология экспедицияға йәйгелеккәсыға эшләй, Ырымбур көнсығышы ҡурғандарын өйрәнә.
2014 йылда музей 75 йәшлек юбилейын билдәләй[1].
Музей төбәк масштабындағы конкурстарҙың грамоталары менән бүләкләнгән.
Экспозиция
үҙгәртергә75000 ашыу экспонат коллекцияһы һаҡлау берәмеге булып иҫәпләнә.
Крайҙың геологик тарихы тураһындағы даими экспозиция эшләй, территорияларҙы үҙләштереү тарихы тураһында, Рәсәй батшалығы ваҡытындағы Орск тарихы, ҡаланың революцияһынан һуң (индустриялаштырыу, һуғыш, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү) тураһындағы даими экспозициялар ҡуйылған..
Ҡалала «Т. Г. Шевченко Орск ҡәлғәһендә» тигән музей филиалы эшләп килә.
Баҫма
үҙгәртергә- Краеведческий вестник. Орск: 2004 г.
- Хронограф города. Орск: 2005 г.
- Император белых чашек. Русские самовары в собрании Орского историко-краеведческого музея, Орск: 2009 г.
- Черкас Т. Г. Орск: от крепости до города: монография. — Орск: Издательство ОГТИ, 2010. — 263 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- orskmuseum.ru — музея рәсми сайты
- Официальная страница музея в социальной сети Facebook
- Ҡалып:Вконтакте