Омск дәүләт педагогия университеты
Омск дәүләт педагогия университеты (ОмДПУ) — Омск ҡалаһындағы педагогик юғары уҡыу йорто.
Омск дәүләт педагогия университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Омск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Министерство просвещения Российской Федерации[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | omgpu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели ОмГПУ[d] |
Тарихы
үҙгәртергәОмск дәүләт педагогия университеты, РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының 1932 йылдың 25 мартындағы 298-се ҡарары менән, Омск педагогия институты булараҡ ойошторола. Башта институт составына өс факультет инә — филология, физика-математика һәм биология-химия. Беренсе йылда 120 кеше ҡабул ителә. Тәүге сығарылышта 79 белгес диплом ала.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк тарих һәм география факультеттары асыла, һуғыштан һуң тағын сит телдәр, башланғыс кластар һәм квалификацияны күтәреү факультеттары булдырыла.
1936 йылда институтҡа Максим Горький исеме бирелә.
1982 йылда институт педагогтарҙы әҙерләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
1993 йылда педагогия институты университет статусы ала.
Структураһы
үҙгәртергәУниверситет структураһында 9 факультет, сәнғәт институты, өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү институты, 62 кафедра, Тара ҡалаһында филиалы бар.
Уҡытыусылары
үҙгәртергәТөрлө ваҡыттарҙа Омск дәүләт педагогия институтында һәм артабан университетта Омск ҡалаһының билдәле кешеләре эшләй: ғалимдар, рәссамдар.
Сәнғәт институты (элекке Художество-графика факультеты)
үҙгәртергә- С. К. Белов (1937—1989) — график рәссам, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ХГФ нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Босенко В. А.. (1925—1985) — рәссам, уҡытыусы 1962—1972
- Либеров А. Н. (1911—2001) — рәссам, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй художество академияһының ағза--корреспонденты, СССР художниктар союзы ағзаһы, Омск ҡалаһының почетлы гражданы, профессор, ХГФ нигеҙ һалыусы.
- Минин Г. Е.. (1926—2000) — педагогия фәндәре кандидаты, доцент, хеҙмәт һәм ҡулланма сәнғәт кафедраһы мөдире (1970—1974), хеҙмәт һәм уҡытыуҙың техник саралары кафедраһы мөдире (1974 йылдан).
- Минин П. Г. (1962 й. тыуған) — рәссам, Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы, доцент.
- Слободин М. И. (1931—1990) — рәссам, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профессор, ХГФ нигеҙ һалыусыларҙың береһе, һүрәт кафедраһы мөдире.
- Черепанов Р. Ф. (1925 й. тыуған) — рәссам, уҡытыусы 1962—1968
- Чермошенцев А. А. (1937 й. тыуған) — рәссам, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, һүрәт кафедраһы профессоры.
- Штабнов Г. А. (1927—1989) — рәссам, ХГФ нигеҙ һалыусыларҙың береһе, декоратив — биҙәү-ҡулланма сәнғәте кафедраһына нигеҙ һала.
Тамамлаусылары
үҙгәртергәУниверситетты тамамлаусылар араһында — халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусылары, мәғариф органдары һәм мәктәп етәкселәре, академиктар, фән кандидаттары һәм докторҙары, билдәле журналистар, рәссамдар һәм яҙыусылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
Омск дәүләт педагогия институтын-университетын төрлө йылдарҙа тамамлағандар:
- филология фәндәре докторы, профессор, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының рус теле кафедраһы мөдире Белошапкова Вера Арсеньевна (1917—1996) (1939 й. сығарылышы);
- физика-математика фәндәре докторы, профессор, Пригожин миҙалы лауреаты Горбань Александр Николаевич, Лестер ҡалаһындағы (Бөйөк Британия) Математик Моделләштереү үҙәге директоры һәм Университетта ғәмәли математика кафедраһы мөдире, РФА-ның иҫәпләү моделләштереү Институтының төп ғилми хеҙмәткәре (элекке директор урынбаҫары) (Красноярск) (1973 й. сығарылыш).
- РФА Рус әҙәбиәте институтының төп ғилми хеҙмәткәре (элекке директор урынбаҫары), филология фәндәре докторы, профессор Владимир Алексеевич Котельников;
- РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Олег Николаевич Смолин (1974 й. сығарылыш);
- СССР-ҙың халыҡ уҡытыусылары Николай Андреевич Чернышев һәм Кичигина Лидия Яковлевна;
- микроминиатюрасы Анатолий Иванович Коненко (1982 й. сығарылыш);
- Юрий Грибановский — билдәле Канада рәссамы, цифрлы сәнғәттә тәүге неосюрреалистарҙың береһе (1985 й сығарылыш);
- Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Василий Филиппович Шабанов, РФА-ның Себер бүлексәһе Красноярск Ғилми Үҙәге Президиумы Рәйесе (1963 й. сығарылыш).
- Кравец Александр Алексеевич — II, III, IV, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. КПРФ Омск өлкә комитетының беренсе секретары. КПРФ Үҙәк комитеты Секретары 1997—2004 йй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ