Ольховый Рог (Ростов өлкәһе)
Ольхо́вый Рог (элекке исеме Балоба́новка) — Ростов өлкәһе Миллерово районындағы ауыл. Ольхово-Рогское ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Ольховый Рог | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Балобановка |
Телефон коды |
+7 86315 |
Почта индексы |
346103 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географияһы
үҙгәртергәУрамдар
үҙгәртергә
|
|
Тарих
үҙгәртергәXVII быуатта утар Балобановка тип аталған, уның күп өлөшөндә немецтар йәшәгән.Утар пан Балобановтыҡы булған. XVIII быуатта утар пан Виноградовтыҡы иҫәпләнгән.Әлеге көнгә тиклем Калитва йылғаһының икенсе ярында пан Виноградовтан ҡалған баҡсала груша, алма, сәтләүек үҫә. 1946 йылда немецтар Себергә күсерелгәс , утарҙы Ольховый Рог тип атайҙар.
1763 йылда старшина Максим Федотовтың ике утарында - Поганый Лес һәм Ольховый Рог утарында барлығы 129 ир-ат булған. 1822–1832 йылдарҙың иҫәпкә алыуы буйынса Ольховый Рог ауылында 102 крәҫтиән йорто һәм һыу тирмәне була.
Иҫтәлекле урын
үҙгәртергәРостов өлкәһе территорияһында неолит осоронда уҡ кешеләр йәшәгән. Уларҙың йылға буйҙарында йәшәгәндәре емеш-еләк йыйыу, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән[2]. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур көтөүлек була. Шул ваҡыттарҙа йәшәп, вафат булған кешеләрҙең ҡәберлектәре бында бик күп.Ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр дәүләт тарафынан закон буйынса һаҡлауҙа тора.
Миллерово районы Сулин утары утары янында бер нисә иҫтәлекле урын — археология ҡомартҡылары бар. Улар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» 25.06.2002 Федераль закондың 73-ФЗ ҡарар һәм 25.06.2004 «Ростов өлкәһе халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» Ростов өлкәһе Дәүләт башлығы 178-ЗС ҡарарына ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан һаҡлауға алынған.
- Ҡурған "Глиняный". Ольховый Рог ауылынан 0,7 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған "Россоватый". Ольховый Рог ауылынан 3,0 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө "Ближний яр I" (2 ҡурған). Ольховый Рог ауылынан 2,3 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө "Ближний яр II" (2 ҡурған). Ольховый Рог ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 6,0 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө "Ольховый рог I" (5 ҡурған). Ольховый Рог ауылынан көнбайышта бер км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө "Ольховый рог II" (9 ҡурған). Ольховый Рог ауылынан көнбайыштараҡ 1,75 км алыҫлыҡта тора.
- Ҡурған төркөмө "Ольховый рог III" (2 ҡурған). Ольховый Рог ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 2,0 км алыҫлыҡта тора[1].