Оло Ҡыл (йылға)
Оло Ҡыл — Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһендә аҡҡан йылға. Йөрәккүл күленең төп ҡушылдығы. Оҙонлоғо 13 км [1].
Оло Ҡыл | |
---|---|
Оло Ҡыл йылғаһы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 13 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Бейеклеге | 880 м |
· Координаталар | 54°47′56″ с. ш. 59°12′28″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Йөрәккүл |
· Бейеклеге | 724,9 м |
· Координаталар | 54°52′47″ с. ш. 59°13′40″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Йөрәккүл → Оло Һатҡы → Әй → Өфө → Ағиҙел → Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 10010201012111100021856 |
— инеше, — тамағы |
Географияһы
үҙгәртергәКөньяҡ Урал тауҙарының башында, диңгеҙ кимәленән 880 метр бейеклектә башлана [2]. Йөрәккүл милли паркы территорияһы аша ағып үтә. Йылға тамағының бейеклеге— дингеҙ кимәленән 724,9 м [2].
Йылға үҙәне уникаль ботаник һәм дымлы субальп болон ландшафтары комплексын, һаҙланған урмандарын, төрлө типтағы һаҙлыҡтарын күрһәтә.[3].
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһындағы "ҡыл" һүҙе кескәй йылға тигәнде аңлата. Оло Ҡыл - ошо яҡтарҙағы кескәй йылғаларҙың иң ҙуры булыуын күрһәтә.
Фауна
үҙгәртергәБалыҡтарҙан был йылғала ҡорман, сабаҡ, ташбаш, алабуға,шырт балыҡ, шамбы, суртан бар. Оло Ҡылда таҙа һәм һыуыҡ һыу булғанға бында һирәк осрай торған бәрҙе балығы киң таралған. Ләкин уны тотоу тыйылған, сөнки балыҡ Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Туризм
үҙгәртергәЙылға үҙәнендә йыһазландырылған ял урындары юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уның иҫ киткес тәбиғәт зонаһында урынлашҡанға, туристар бында күп килә. Бында саф һауаны тыналып, ҡарағай урмандарында ғына йөрөп, йәмле тау һырттарына һоҡланып, тәбиғәт менән берҙәмләшергә була. Оло Ҡыл һыу инеү өсөн үтә ныҡ һыуыҡ, әммә теләгәндә Йөрәккүл буйында һыу инергә мөмкин. Шулай уҡ туристарға күлдең яр буйы буйлап йөрөү ҡыҙыҡлы буласаҡ, сөнки бында боронғо кешеләрҙең эҙе табылған. Тағы ла күл янында ғәйәт ҙур Силәбе өлкәһендә берҙән-бер геоглиф урынлашҡан.[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Большой Кыл» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 2,0 2,1 Лист карты N-40-47 Плотинка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1990 г.
- ↑ Национальный парк «Зюраткуль» . russia.rin.ru. Россия Великая. Дата обращения: 7 март 2020.
- ↑ туристический портал Челябинской области