Оло Шелом (Оло Торҡатау)
Ҡытау Оло Шелом (Оло Торҡатау) — Көньяҡ Уралда Егәлге һыртындағы тауҙар ҙың береһе.Башҡортостандың. Белорет районы биләмәһенә инә.
- Тауҙың бейеклеге 1427 м.
- Оҙонлоғо — 3 км тирәһе.
- Киңлеге — 2,2 км.
Оло Шелом (Оло Торҡатау) | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 1427 м |
Урынлашыуы | |
54°31′19″ с. ш. 58°19′56″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башкортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Был Егәлге һыртының иң бейек һәм иң көньяҡ түбәһе..Көньяҡ Уралда буйынса бейеклеге буйынса бишенсе урынды биләй.
Унан бейек түбәләр: Оло Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м), Кесе Ямантау (1510 м) Кесе Ирәмәл (1464. м.).
Оло Шелом (Оло Торҡатау) Егәлгенең төньяҡтараҡ урынлашҡан тағы ла өс түбәһе менән бергә Торҡатауҙар төркөмөн (группу Шеломов) төҙөй. Оло Торҡатау тауы башҡа бында тағы ла Кесе Торҡатау (Кесе Шелом), шулай уҡ 3-сө һәм 4-се Торҡатау ( Шелом) тауҙары бар.
Оло Торҡатау һәм Кесе Торҡатау (Кесе Шелом) ) тауҙары араһынан билән (седловина) үтә.Уға Прогон тип атама биргәндәр.
Оло Торҡатауҙың түбәһе тәбиғәте буйынса тау тундраһы булған ике яҫы ҡалдыҡ тауҙан тора. Береһе төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, икенсеһе көньяҡ-көнсығыш. яғында.
Түбәнең көньяҡ-көнсығыштағы өлөшө тауҙың иң бейек нөктәһе булып тора.
Түбәнән көньяғынан киң генә яҫы таулыҡ һуҙыла.Ул көньяҡҡа ҡарай әкренләп кенә түбәнәйә барып, Егәлге һәм Нәре һырттарын бүлеүсе Ҡытау йылғаһы үҙәненә төшә.
Тау исеме рус телендәге "шелом" (шлем) һүҙенән алынған.Башҡортса торҡа тигәнде аңлата. Был атама Ҡытау ( катавский) тау заводында эшләүсе урыҫ күскенселәре тарафынан бирелгән. Тәүге башҡорт атамаһы билдәле түгел. [сығанаҡ 3065 көн күрһәтелмәгән]
Һауа торошо яҡшы булғанда федераль трассанан М5 тауҙың күренеше асыҡ күренә. Уны ниндәй ҙә булһа башҡа тау түбәһе менән бутарлыҡ түгел.
Был тау Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Шуға рөхсәтһеҙ тауға үтеү тыйылған. Әммә бында экологик һуҡмаҡ яһарға йыйыналар.Ул саҡта һәр теләгән кеше аҡса түләп тауға күтәрелеү мөмкинлеге аласаҡ [сығанаҡ 3065 көн күрһәтелмәгән].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Справочная статья на сайте Весь Южный Урал . Архивировано 24 апрель 2013 года. 2013 йыл 24 апрель архивланған.