Оло Учалы (күл)

күл

Оло Учалы, Оло Асыуҙы[4] (рус. Большие Учалы) — Башҡортостандың Учалы районындағы күл. Учалы ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан [3] Район үҙәге Учалы ҡалаһынан төньяҡтараҡ, Учалы ауылынан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡарай. Көнбайышта ятҡан Ҡарағайлы күле менән тоташҡан[1].

Озеро
Оло Учалы
башҡ. Оло Учалы
Морфометрия
Абсолют бейеклеге511[1] м
Үлсәме3[3] × 1,5 км
Майҙаны3,06[2] км²
Иң тәрән урыны6 м
Уртаса тәрәнләк2,5[3] м
Урынлашыуы
54°20′39″ с. ш. 59°25′36″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Учалы районы
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000111112200000324
Рәсәй
Точка
Оло Учалы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Оло Учалы

Топонимикаһы үҙгәртергә

Ғалим һәм сәйәхәтсе Иван Лепёхин үҙенең юл яҙмаларында күлгә «Ашулы» тигән аңлатма бирә, һәм — «асыулы» тип тәржемәләй. Башҡорт телендә «асыулы» — русса «гневный» тигән һүҙ бар, татар телендә лә шундай уҡ мәғәнәгә эйә — «ачулы» һүҙе бар[5].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Төньяҡтан көньяҡҡа күлдең оҙонлоғо 3 км самаһы[3], күл өҫтө майҙаны яҡынса 3,06 км².[2] Иң тәрән урыны 6 метр.[6]. Тектоник сығышлы (икенсе фараз буйынса — карст-суффозион[7]). РКүл рельефы тигеҙ түгел, уның көнсығыш өлөшөндә улаҡ үтә[6]. Күлдең төбө мәтеле һәм сапропель ултырма-ҡатламдар менән ҡапланған[6].

Биологияһы үҙгәртергә

Күлдә суртан, йәйен, Ҡорман, һаҙан, судак, Опто (балыҡ), Табан (балыҡ), ташбаш һәм сабаҡ тереклек итә[6]. Планктондан Оло Учалы һәм күрше Ҡарағайлы күлендә эвглен ылымығы Phacus caudatus билдәләнә [8].

Экологияһы үҙгәртергә

Оло Учалы күле экологик яҡтан бысранған. Техно-Николь заводы (эллеке Учалы төҙөлөш материалдар заводы, Учалы картон-рубероид заводы) күлгә ҡалдыҡтарҙы түгә. Яҡындағы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге йоғонтоһо арҡаһында: 1970—1980-се йылдарҙағы карьерҙағы өҙлөкһөҙ шартлатыуҙар, сульфид саңы яуып торғанлыҡтан, күлдәге был ултырмалар аномаль химик составҡа эйә. Һуңғы ярты быуатта был ҡатламдарҙа ауыр металдар тупланыуы: баҡыр өсөн 1 килограмға 300 миллиграмм, цинк — 1000-6000, ҡурғаш — 70 һәм кадмий — 4 (Урал күлдәрендә уларҙың типик (хас-фоновый) тупланмаһы 48, 79, 21 һәм 0,37 мг/кг тәшкил итә). Күл төбөндәге ҡатламдарҙың күҙәүекле һыуҙарында сульфат-ион концентрацияһы артҡан  , 2825 мг/л тиклем барып етә, эсәр һыуҙарҙа булырға тейешле сиктән (ПДК- предельно допустимая концентрация) байтаҡҡа артығыраҡ[9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Карта бите N-40-59-Г. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
  2. 2,0 2,1 «Оло Учалы (күл)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Генеральный план СП Учалинский сельсовет муниципального района Учалинский район РБ. uchaly.bashkortostan.ru. — Официальный сайт Администрации Муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 2016-6-5. 2016 йыл 23 август архивланған.
  4. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.
  5. Матвеев А.К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — С. 296. — 352 с. — 8000 экз.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Озеро Большие Учалы, reki-ozera.ru
  7. А.В. Сидоренко. Геология СССР. — РИПОЛ Классик, 2013. — С. 32. — 730 с. — ISBN 5458520580.
  8. М. Г. Баянов, В. Г. Боев, М. И. Ярушина. Водные экосистемы Урала, их охрана и рациональное использование: информационные материалы. — УНЦ АН СССР, 1986. — 175 с.
  9. Шафигуллина Г.Т., Удачин В.Н. Содержание тяжёлых металлов в донных отложениях Учалинской геотехнической системы // Разведка и охрана недр. — 2009. — № 1 (ғинуар).