Олимпия (стадион, Донецк)
«Олимпия» — Украинаның Донецк ҡалаһындағы стадионы, «Шахтер» футбол клубының элекке аренаһы. «Олимпия» спорт комплексының төбәк бүлеге.
Олимпия | |
Спорт төрө | футбол |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Донецк |
Урынлашҡан урамы | Улица Челюскинцев[d] |
Хужаһы | Шахтёр[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 13 август 1958 |
Обитатель | Шахтёр[d] һәм Локомотив[d] |
Һыйым | 25 678 |
Адрес | г. Донецк, ул. Челюскинцев, 198-В |
Олимпия Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЭлек стадион «Локомотив» тип аталған. Уны 1955 йылдың йәйендә төҙөй башлағандар. Стадиондың архитекторҙары Е. Ревин һәм В. Голубков. Донецк тимер юлының 1-се «Дорстроймонтажтрест» механизацияланған участкаһының төҙөүселәре ер эштәрен башлай. Стадиондың трибунаһы 35 000 урынға иҫәпләнгән була. План буйынса стадион 1956 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә «Локомотив» үҙ ҡапҡаһын 1958 йылдың 13 авгусында ғына, беренсе сираты — ялан һәм трибуналарҙың 32 секторынан 20 мең тамашасылыҡ 13-е тапшырылғас аса. 2003 йылда һуңғы реконструкциялау үткәрелгәндән һуң стадионда Украинаның йәштәр йыйылма командаһы матчтары, Донецк «Металлургының» эске һәм Европа Кубогы матчтары үтә, ә 2003 йылдың мартынан 2009 йылдың авгусына тиклем, «Олимпия» стадионында Донецк «Шахтеры» эске уйындар үткәрә[1]. Шулай уҡ үҙ ваҡытында стадионда пушка торған, ул ялан хужалары гол индергән ваҡытта конфетти аттырған булған.
Евро 2009
үҙгәртергә2009 йылдың йәйендә стадионда үҫмерҙәрҙең Европа чемпионаты 2009 матчтары үтә. Стадионда төркөм этабының 3 матчы, ярым финал һәм финал уйындары үткәрелә. Финал матчында үҙ тарихында тәүге тапҡыр Украина йыйылма командаһы Англия йыйылма командаһын еңеп, Европа чемпионы була.
- Төркөм этабы
- 21 июль, 12 800 тамашасы, Украина — Словения — 0:0
- 24 июль, 7 438 тамашасы, Украина — Англия — 2:2 (1:1)
- 27 июль, 4 300 тамашасы, Швейцария — Украина — 0:1 (0:0)
- Ярымфинал
- 30 июлдә, Англия — Франция — 3:1 (1:1) (1:1)
- Финал
- 2 август, 25 100 тамашасы, Англия — Украина — 0:2 (0:1)
Галерея
үҙгәртергә-
Иң тәүге уйындар анонсы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Локомотив (футбол клубы, Донецк)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Официальный сайт ФК «Шахтёр» . РСК «Олимпийский». Дата обращения: 14 март 2009. Архивировано 19 август 2008 года. 2008 йыл 19 август архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- РСК Олимпийский . Архивировано 6 ғинуар 2009 года. 2008 йыл 19 август архивланған.
- Донецкие летописи → Памятник железной дороге . Архивировано 3 декабрь 2012 года.