Оливера Деспина (сер. Оливера Лазаревић, 13731444) — серб хакимы (деспоты) Лазарь Хребеляновичтың ҡыҙы, төрөк солтаны Баязит I-нең ҡатыны.

Оливера Деспина
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Моравия Сербияһы[d]
Титул шаһбикә[d]
Тыуған көнө 1372
Тыуған урыны Крушевац, Моравия Сербияһы[d][2]
Вафат булған көнө 1444[1]
Атаһы Лазарь Хребелянович[d]
Әсәһе Милица Сербская[d]
Бер туғандары Стефан Лазаревич[d], Вук Лазаревич[d], Теодора Лазаревич[d], Мара Лазаревич Бранкович[d], Елена Балшич[d] һәм Драгана Лазаревич[d]
Хәләл ефете Баязит I
Һөнәр төрө аристократ

Биографияһы

үҙгәртергә

Серб хакимы (деспоты) Лазарь Хребеляновичтың һәм княгиня Милица Сербскаяның кесе ҡыҙы. Яҡынса 1373—1376 йылдарҙа тыуған, тыуыу йылы аныҡ билдәле түгел. Уның дүрт апаһы һәм ике ағаһы булған. Ул ваҡытта кенәз балалары яҡшы белем алған: этикет, уҡыу, яҙыу, математика, йырлауе, латин һәм грек телдәре, христиан теологияһы һәм фәлсәфә[3]. Деспина шәхси исем түгел, ул серб хакимы титулы — деспоттың ҡатыны йәки ҡыҙы икәнен аңлатҡан[4].

1389 йылда уның атаһының ғәскәре Косово яланындағы алышта Ғосман империяһы солтаны Морат I-нең армияһынан еңелгән. Күп кенә серб аҡһөйәктәре вәкилдәре һымаҡ Лазарь төрөктәргә әсиргә эләккән һәм язаланған. Ошо уҡ алышта Морат үҙе һәләк булған, уның улы Баязит I яңы солтан булып киткән.

Солтан ҡатыны

үҙгәртергә

Сербия дәүләте Ғосман империяһының вассалы булып китә һәм яһаҡ түләргә һәм ғосман армияһына ғәскәр бирергә тейеш булған. Ил менән хакимлыҡ итеүҙе Оливераның ағаһы Стефан Лазаревич ҡабул иткән. Оливераны солтан Баязит гаремына ебәргәндәр, бында ул ғосман хакимының ҡатындарының береһе булып китә. Ул ваҡытта солтан гаремы ғосмандарҙың баш ҡалаһы Эдирнела булған. Оливераның ағалары Стефан һәм Вук үҙҙәренең вассал хәлен таныр өсөн шулай уҡ солтанға барғандар. Серб авторҙары яҙыуынса, Оливера кейәүҙә христиан динен һаҡлап ислам динен ҡабул итмәгән. Сығанаҡтар буйынса, Оливера бик сибәр булған һәм солтанға ҙур йоғонто яһаған, унан ағаһы Стефан файҙаһына ташламалар биреүгә күнектергән[5]. Тарихсы һәм дин эшмәкәре Никола Гильен баһалауы буйынса, Оливераның кейәүгә сығыуы серб халҡының һәм Сербия дәүләтенең йәшәүе өсөн шул ваҡытта иң рациональ ҡарар булған[6].

1393 йылда Оливераның әсәһе княгиня Милица (монахиня Евгения статусында) изге Параскева Сербскаяның ҡалдыҡтарын Валахиянан Белградҡа күсереүгә рөхсәт һорап солтанға барған. Тарихсы Владимир Чорович яҙыуынса, Оливера булышлығы арҡаһында Милицаны яҡшы ҡабул иткәндәр[7]. Артабан солтанға Стефан килгән, уға империяға хыянат итеүҙә ғәйепләнеү хәүефе янаған. Алдараҡ Стефан әүҙем сәйәсәт алып барған, Венгрия короле Сигизмунд менән союзға ингән. Тарихсылар фекеренсә, Стефандың солтан асыуынан ҡотолоуында һәм хатта уның менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа Оливера ҙур роль уйнаған. Башҡа серб дворянлығы, тәү сиратта Бранковичтар менән сағыштырғанда, Баязит һарайында Лазаревичтарҙың ғаиләһе юғарыраҡ урын биләгән.

Аҡһаҡ Тимерҙә әсирҙә

үҙгәртергә
 
«Аҡһаҡ Тимер менән Баязит I». Уртала Оливера Деспина һүрәтләнгән. Андреа Челести рәсеме, яҡынса 1700 йыл.

1402 йылда юлбашсы Аҡһаҡ Тимер Ангора алышында ғосман армияһын тар-мар иткән, был алышта солтан Баязит яғында Стефан башлығында сербтар ҙа һуғышҡан. Оливера һәм уның ире Аҡһаҡ Тимергә әсиргә эләккән. Яҡынса бер йыл үткәс ире үлгәс Аҡһаҡ Тимер уны азат иткән. Оливераның әсирҙә булыуы тураһында төрлө версиялар бар. Верияларҙың береһенә ярашлы, Оливера һәм Баязит төрлө кәмселектәргә дусар ителгәндәр: Баязитты ситлеккә ябып ҡалдыҡтар менән туҡландырғандар, ә Оливераны яланғас көйөнсә Аҡһаҡ Тимер һәм уның ярандары ҡунаҡ ҡылғанда хеҙмәт итергә мәжбүр иткәндәр[7]. Баязит үҙенең ҡатының кәмһетелеүҙәренән түҙмәй үҙенең башын ситлеккә ярған[7]. Бындай тасуирламаны Византия йылъяҙмасыһы Лаоник Халкокондил, ә һуңынан Мавро Орбини үҙенең «Славяндар тарихында» килтергән[7]. Башҡа сығанаҡтар, айырым әйткәндә Островицанан Константин, төрөк һәм монгол сығанаҡтары, Константин Философ, Джордже Бранкович, Йован Раич буйынса Аҡһаҡ Тимер үҙ әсирҙәренә хөрмәт менән мөрәжәғәт иткән[7]. Әммә барлыҡ сығанаҡтар буйынса, Баязиттың теге йәки был сәбәп менән әсирҙә үлеүе һәм Оливераны шунда уҡ иреккә сығарылыуы билдәле. Серб тарихсыһы Стоян Новакович һәм башҡа тарихсылар фекеренсә, әсирлектә кәмһетелеүеҙәр һәм Баязиттың үҙ үҙенә ҡул һалыуы тураһындағы риүәйәт хатта уйҙырма булғанда ла солтандың ҡатынына ҙур эмоциональ бәйлелеге булыуы тураһында һөйләй[8]. 1403 йылдың яҙында Оливера Сербияға ҡайта.

Сербияла тормошо

үҙгәртергә

Сербияға ҡайтҡандан һуң бер аҙ ваҡыт Кладово янындағы Манастырица ауылы монастырында йәшәй. Артабан Сербияның яңы баш ҡалаһы Белградҡа күсә, бында Стефан һарайында йәшәй һәм уның кәңәшсеһе була. Стефанда йәлеп ителгән Ғосман империяһында власть өсөн дәғүәселәрҙең көрәше осоронда, Баязиттың улдарын белгәнгә күрә Оливера үҙенең ағаһына бигерәктә кәрәкле була. 1427 йылда Стефан үлгәндән һуң һәм Белград мадьярҙар ҡулына күскәндән һуң Оливера туғаны Георгий Бранкович менән Смедеревола йәшәй. Яҡынса 1444 йылда вафат булған, ерләнеү урыны билдәһеҙ.

1409 йылда Стефан тарафынан яҙылған «Мөхәббәт һүҙе» версияларҙы береһе буйынса Оливераға бағышланған (башҡа версиялар буйынса — уның кәләшенә, йәки ҡустыһы Вукҡа арналған)[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә