Окунева Ольга Владимировна

Окунева Ольга Владимировна (10 декабрь 1958 йыл, Смоленск) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһының ағзаһы, Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары.

Окунева Ольга Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Смоленск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d] һәм Смоленская областная дума[d]
 Окунева Ольга Владимировна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ольга Владимировна Окунева 1980 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының Смоленск филиалын тамамлаған юғары белемле зооинженер[1]. 1981—1981 йылдарҙа Смоленск өлкәһе Гагарин районының «Мишинский» совхозында зоотехник-селекционер вазифаһында эшләй, комплекс начальнигы була. 1981 йылдан алып 1984 йыл дауамында ошо уҡ совхозда төп эшенән азат ителгән Гагарин районы коммунистар партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара. 1984—1993 йылдарҙа Гагарин районының ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитетының секретары булып эшләй. 1994 йылда Смоленск өлкәһе Гагарин районы хакимиәтендә департамент директоры булып эшләй. 1994 йылдан алып 1998 йыл дауамында Социаль тәьминәт Фондының Смоленск төбәк бүлексәһендә Гагарин районы филиалы директоры була[2].

1998 йылда 14-се Смоленск бер мандатлы һайлау округы буйынса II саҡырылыш Смоленск өлкәһе Думаһына депутат итеп һайлана[3]. 2002 йылдан алып 2007 йыл дауамында Смоленск өлкә Хакимиәтендә аппарат етәксеһе урынбаҫары була. 2007 йылдан алып 2010 йыл дауамында Смоленск өлкәһе Хакимиәтендә Губернатор урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2010 йылдн алып 2012 йыл дауамында РФ Үҙәк федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында Смоленск өлкәһе буйынса федераль инспектор вазифаһында эшләй. 2013 йылдан 2016 йыл дауамында Смоленский өлкәһе Хакимиәтендә өлкә Губернаторы Алексей Островскийҙың (ЛДПР) урынбаҫары вазифаһын башҡара[4].

2016 йылдың сентябрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Думаһына кандидат булып баллотироваться ителә, һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса 176-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана[5].

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен башҡарыу осоронда 42 закондар сығарыу инициативаһының һәм федераль закондарға төҙәтмәләр индереүҙең авторҙашы булып сығыш яһай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә