Озолиня Лилита Арвидовна
Лилита Озолиня (латыш. Lilita Ozoliņa; 19 ноябрь 1947 йыл, Рига) — СССР һәм Латвияның театр һәм кино актёры. Латвия ССР-ының атҡаҙанған артисы (1983).
Озолиня Лилита Арвидовна | |
латыш. Lilita Ozoliņa | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Латвия СССР |
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1947 |
Тыуған урыны | Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 5 июнь 2023[1] (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Латвия |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Латвийская музыкальная академия имени Язепа Витола[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛилита Озолиня 1947 йылдың 19 ноябрендә Ригала интеллигенттар ғаиләһендә тыуған: әсәһе Альбертина, немец киностудияһында режиссер ярҙамсыһы булып эшләгән, атаһы Арвид, летчик-һынаусы булған.
Ун йәшендә «Эхо» фильмында көтөүсе ҡыҙ ролендә төшөргә тырышып ҡарайң тик уны алмайҙар. Һигеҙ йәшендә Рига киностудияһы ҡарамағындағы киноактёрҙарҙың халыҡ сутдияһына уҡырға инә.
Үҫмер йылдарында, медицина менән шөғөлләнергә теләП, урта мәктәптә уҡыу менән бер рәттән, медицина училищеһында уҡый һәм Риганың Республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы сифатында практика үтә[2]. 1966 йылдан Ян Райнис исемендәге художество театрында эшләй башлай.
1969 йылда киноактёр студияһын тамамлай, ә 1971 — Я.Витола исемендәге Латвия дәүләт консерваторияһының актёрлыҡ факультетына тамамлай.
Шул ваҡытта уҡ ул беренсе тапҡыр кинола төшә, студияның уҡытыусыларының береһе, режиссер Алоиз Бренч төшөргән «Когда дождь и ветер стучат в окно» (1967) фильмында Велта ролен башҡара. Был эштән һуң кинола башҡа ролдәр килә. Әммә,танылыуҙы уға Алоиз Бренч төшөргән «Долгая дорога в дюнах» (1980) фильмында Марта роле килтерә. Уңыштан һуң күп һанлы роль тәҡдимдәре башлана, улар иҫәбендә «Краткое наставление в любви» мюзиклы, «Личная жизнь Деда Мороза» комедияһы (1982), «Двойной капкан» сәйәси детективы (1985) һәм башҡалар.
Актриса үҙ илендә сәйәси һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнаша: 1975 йылдан башлап — КПСС ағзаһы; Латвия ССР-ы Юғары Советы депутаты була[3].
СССР тарҡалғандан һуң Рига киностудияһында э.ш булмай, тик театр ғына ҡала. Лилита Озолиня элеккесә ике Рига сәхнәһендә: «Дайлес»[4] театрында һәм Рига рус драма театрында эшләй.
1994 йылда Лилита Озолиня кино актерҙарының «Балтик ынйылары» Рига халыҡ-ара фестивале эшендә ҡатнаша, СССР-ҙың халыҡ артисы Вия Артмане рәйеселеге аҫтында киносмотры жюри ағзаһы була. 1997 йылда — был фестивалдең жюри рәйесе булып тора.
2014 йылда Лилита «Женщины Пикассо» постановкаһында XX быуаттың күренекле рәссамының яратҡан ҡатыны — Дягилев труппаһының элекке балеринаһы һәм рус генералы ҡыҙы Хохлова Ольганың образын уңышлы башҡара[5].
Лилита Озолиня Ригала йәшәй. Уның ҡыҙы — Лилиана Озолиня (латыш. Liliāna Ozoliņa), үҙ ваҡытында MTV Latvija телеканалының директоры була
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1967 — Когда дождь и ветер стучат в окно — Велта
- 1968 — За поворотом — поворот — Инга
- 1969 — Лучи в стекле — Ася Ритум
- 1970 — Насыпь — Дзидра
- 1970 — Клав — сын Мартина — Ласма
- 1971 — Прогулка — Лилита
- 1972 — Петерс — Настя
- 1973 — Шах королеве бриллиантов — Майга Страута, доктор
- 1973 — Афера Цеплиса — гостья на свадьбе
- 1973 — Олег и Айна — Айна
- 1974 — Не бойся, не отдам! — Дезия
- 1975 — В клешнях чёрного рака — Мара
- 1976 — Сын председателя — Марина
- 1976 — Соната над озером — Вия
- 1979 — Ночь без птиц — Илзе
- 1979 — Незаконченный ужин — Соня
- 1980 — Жаворонки — Визма
- 1980 — Долгая дорога в дюнах — Марта
- 1982 — Личная жизнь Деда Мороза — Ольга Карповна
- 1983 — Краткое наставление в любви — Анна
- 1984 — Аплодисменты, аплодисменты… — гостья на вечеринке
- 1985 — Двойной капкан — Эва
- 1985 — Встретимся в метро — Наташа
- 1985 — Дороги Анны Фирлинг — Иветта
- 1985 — Фронт в отчем доме — Элга
- 1986 — Двойник — Нина
- 1986 — Он, она и дети — Валерия Снежкова
- 1990 — Майя и Пайя
- 1990 — Семья Зитаров — Алвина
- 1996 — Анна
- 2000 — Билет до Риги
- 2002 — Прогулка
- 2004 — Красная капелла — мадам Маер
- 2016 — Герой — Елизавета Ивановна Езерская
Бүләктәре, танылыуы
үҙгәртергә- 1983 — СССР Дәүләт премияһы (1983) : «Долгая дорога в дюнах» (СССР) телефильмында Марта образы өсөн.
- 1983 — Латвия ССР-ының атҡаҙанған артисы (СССР).
- 2000 — Вия Артмане исемендәге премия: «Латвия киноһына индергән өлөшө өсөн» (актерҙарҙың халыҡ-ара «Балтик ынйылары» фестивале, Латвия).
- 2009 — IV дәрәжә Өс йондоҙ ордены кавалеры (Латвия).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Mūžībā devusies Dailes teātra leģenda – aktrise Lilita Ozoliņa
- ↑ Актриса Лилита Озолиня: важно, что ты можешь удивляться (ВИДЕО), Mixnews.lv (недоступная ссылка). Mixnews.lv. Дата обращения: 6 апреля 2016. Архивировано
- ↑ ОЗОЛИНЬ Лилита Арвидовна Кино: Энциклопедический словарь/Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.- М.: Сов. энциклопедия, 1987.- 640 с., 96 л. ил.
- ↑ Что такое Латвийский театр Дайлес // Большой Энциклопедический словарь (БЭС) — Словари — Словопедия
- ↑ Спектакль «Женщины Пикассо» в Москве — купить билеты, отзывы, афиша
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Без галстука» с Лилитой Озолиня(недоступная ссылка) на сайте телеканала Россия 24.